Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
3 Март 2022, 09:10

Ҡышты күңелле оҙаттылар

Балтас районы Түбән Иванай ауылының "Әкиәт" балалар баҡсаһында Масленица байрамы үтте.

Ҡышты күңелле оҙаттыларҠышты күңелле оҙаттылар
Ҡышты күңелле оҙаттылар

  Ата-әсәләр, балалар баҡсаһы  хеҙмәткәрҙәре балалар менән бергә ихлас күңел асты: “Әйлән-бәйлән”,  "Алтын ҡапҡа" халыҡ уйындарын уйнап, "Тәлинкәгә ҡоймаҡ күсер", "Тоҡ кейеп йүгереү", "Быйма ташлау",  "Арҡан тартышыу" конкурстарында балалар әүҙем ҡатнашты. Саф һауала байрам ҡоймағы менән  самауыр  сәйе эсеү балалар өсөн бик үҙенсәлекле булды. Ә байрамдың төп һыйы булған ҡоймаҡ - тел йоторлоҡ ине.  Әсәйҙәрҙең кулинария һәләттәре барыһын да бик шатландырҙы.

Масленица - ул ҡыш менән күңелле  хушлашыу, яҙҙың тәбиғәткә йән килтереүсе һәм ҡояш йылыһы килтереүсе осрашыуы. Ә был байрамдың иң матур һәм сағыу ваҡиғаһы, әлбиттә, ҡарасҡыны яндырыу. Бөтөн үпкә, ҡайғы-хәсрәттәр ялҡын менән бергә онотола.

 Авторы: Гөлназ Ғәлләмова.

Ҡышты күңелле оҙаттылар
Ҡышты күңелле оҙаттылар
Ҡышты күңелле оҙаттылар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас