Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Февраль 2022, 10:04

Оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас шөғөлләнделәр

“Минең менән ял ит” социаль акцияһы һөҙөмтәле үтте.

Башҡортостан Республикаһының Төньяҡ район-ара  “Ғаилә” үҙәге дәүләт бюджет учреждениһының Ҡариҙел районындағы хеҙмәте белгестәре һәм Ҡариҙел күп функицялы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре  менән “Минең менән ял ит” социаль акцияһын ойошторҙо. 

Акция сиктәрендә балалар өсөн төрлө мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Мәҫәлән, “Үҙ ҡулың менән яһалған һабын – рәсемле һабын”, “Тылсымлы гравюра”, “Әкиәт ҡоштары - самолеттар” кеүек оҫтаханаларҙа балалар теләп шөғөлләнде.  Артабан улар яратып йәнһүрәттәр ҡараны, сара аҙағында күңелле бейеү флешмобына баҫты.

Акцияның барлыҡ маҡсаттары тормошҡа ашырылып, һәр кем үҙ ҡулдары менән яһаған сувенирҙарын алып, ҡәнәғәт булып таралышты.  “Бындай ял саралары беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай, шуға ла һәр ваҡыт бында ҡатнашыусылар ҙур теләк менән килә”, -  тип белдерҙе хеҙмәттең етәксеһе Роза Хәбибуллина.

Гөлнара Солтанова.

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас