

Айҙар Әнғәм улы барыһын да юбилей менән ҡотланы һәм ошо күргәҙмә менән юбилей сараларына старт бирҙе. Төп юбилей тантанаһын район Һабантуйында үткәреү ҡаралған.
Айҙар Әнғәм улы етәкселегендә саҡырылған ҡунаҡтар башта район тураһында видеояҙма ҡараны. Артабан район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Зилә Закирова оҙатыуында мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, спорт учреждениеларының экспозициялары менән таныштылар. Төп урында — район тарихы һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспозицияһы. Бирелә делегация тарихи документ – район барлыҡҡа килеүе тураһындағы указдың төп нөхсәһе, район гәзитенең тәүге һаны менән танышты.
Район китапханалар селтәре яҡташ яҙыусылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең китаптары менән ғорурланырлыҡ күргәҙмә әҙерләгәйне. Мәғариф өлкәһе үҫешен һәр мәктәптең экспозицияһы тасуирлай. Төрлө кимәлдәрҙә яуланған кубоктар иһә райондаштарыбыҙҙың спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары хаҡында һөйләй.
Күренекле табиптар, шәфҡәт туташтары тураһында мәғлүмәтте Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләп күрһәтте. Мәҙәниәт бүлеге тарихында “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә 40 йылға яҡын эшмәкәрлеге менән яҡты эҙ ҡалдыра. Йыр-моң әһелдәре мәҙәни мираҫыбыҙ тураһында бай йөкмәткеле стенд әҙерләгән. Тап 21 февралдә республикала Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына старт бирелде. Район мәҙәниәт йорто артистары ла милли колорит менән һуғарылған сағыу бейеүҙәре, дәртле йырҙары менән ошо йылды тантаналы рәүештә асып ебәрҙе.
Юбилей саралары артабан да дауам итәсәк, ә бай йөкмәткеле, тотош район тарихын туплаған был күргәҙмә 24 февралгә тиклем эшләйәсәк.
Авторы: Гөлнара Солтанова.