

Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Фидан Сәйетов һәм Эльвина Сәйетова, ауыл хакимиәтенең йәштәр эштәре бүлеге белгесе Ренат Ғиндуллин, ауылдың ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары байрамды ойоштороуға күп көс һалды.
Ир-егеттәр, ҡыҙ-ҡырҡын, хатта балалар ҙа йылғала балыҡ тотоу буйынса бәйгелә ярышты. Ҡышҡы саф һауа, тирә-яҡ тәбиғәт матурлығына өҫтәп, йыр-моң, уйын-көлкө күңелдәргә дәрт, илһам өләште.
Сараны ойоштороусылар төрлө номинациялар буйынса еңеүселәрҙе билдәләне: “Иң шәп борғос”, “Иң эре балыҡ”, “Иң йәш балыҡсы”, “Иң оло балыҡсы”, “Иң күп табыш”.
Балыҡ һурпаһын тәмләп, шыжлап торған самауырҙан ҡайнар сәй эсеү - бәйгенең финалы булды.
Ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Ғәйфулла улы Ғиндуллин ауылдаштарын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләп үтте, байрам саралары Ҡариҙел районының 90 йыллығына ла арналғанын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ни тиһәң дә, тарих биттәрендә тап Яңы Бәрҙәш ауылы урман пристане булараҡ билдәле булған. Урындағы башҡорттарҙың төп кәсебе лә солоҡсолоҡ, умартасылыҡ, урмансылыҡ һәм балыҡсылыҡ булған. Әле лә ауыл халҡы ата-баба кәсебе менән шөғөлләнә. М.Мөхәмәтов етәкләгән “Йүрүҙән урман” предприятиеһы, Э.Әкрәмованың “Йүрүҙән” турбазаһы сараның бағымсылары булғанға аптырарлыҡ та түгел, сөнки илһөйәрлек ҡанундары ауылда шулай элек-электән килә.
Авторы: Гөлнара Солтанова.