

Ауырғазы районының Толбазы ауылында 2008-2009 йылғы үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге үтте.
Унда республиканың төрлө төбәктәренән 128 көрәшсе ҡатнашҡан. Исемлектә Ҡариҙел районының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәр ҙә бар. Хәлил урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Әнүәр Әхмәтғәлиев 50 килограмға тиклем ауырлыҡта беренсе урын яулап, еңеүсе тип танылды. Ул бәйгенең Маҡтау грамотаһы, кубогы һәм миҙалы менән бүкләнде. Афарин, Әнүәр!
Гөлнара Солтанова.