Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
22 Февраль 2022, 10:52

Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта

Ғәлинуровтар барыһын да һоҡландырып, тыуған еребеҙҙе данлап йәшәй

Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫтаМатурлыҡ тыуҙырыусы оҫта
Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта

Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән, тигән халыҡ мәҡәле Абыҙ ауылында йәшәүсе Ғәлинуровтар ғаиләһенә атап әйтелгән һымаҡ. Күптән түгел улар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында 1-се урын яуланы.
Ғаилә башлығы Ришат Йыһанур улы Шамрат ауылы егете. Бәләкәйҙән Хоҙай биргән тәбиғәт матурлығын күреп, үҙе лә матурлыҡ тыуҙырып үҫә. Урмансылыҡ ата-бабаһынан ҡалған кәсеп булараҡ, ағас эшкәртергә лә өйрәнеп ала. Ябай ғына тапы-топо, утын ярҡаһы йә ағас тамыры, олоно Ришат ҡулында әкиәттәге Ҡамыр батырҙай терелә лә ҡуя. Шуға ла мәктәптә ағасты семәрләп мөғжизә тыуҙырыу буйынса уға бер кем дә етә алмай. Был эштә остазы, ағаһы Сәғит Йыһанур улы сәмләндереп тора. Егеттең ҡул эштәре һәр төрлө конкурстарҙа, йәрминкәләрҙә ҡуйыла, тора-бара Ришаттың оҫталығы тирә-яҡҡа тарала.
Ҡулына уҡытыусы дипломы алғас, ул мәктәптә малайҙарҙы үҙе белгән һөнәргә өйрәтә башлай. Ағас юныу, семәрләү серҙәрен Ришат Йыһанур улы үҫеп килгән бер нисә быуынға тапшыра. Педагогтың күңелендә шулай тыуған ерҙе яратыу, уның матурлығын күрә белеп, һаҡлау тойғоһон уҡыусыларға еткереү маҡсаты ярала.
Ағас эшкәртеү менән бергә ул хәрби-патриотик саралар ойоштороуға әүәҫләнеп ала. Был юҫыҡта өлгәшкән уңыштар уны Ҡариҙел районы үҙәгенә алып килә. Бында уға Йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы янында ойошторолған “Һеләүһен” хәрби-патриотик түңәрәген етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Ошо түңәрәктә “Йәш армия” хәрәкәте барлыҡҡа килә. Ришат Йыһанур улы Ҡариҙел ауылы үҫмерҙәрен хәрби уйындар менән ылыҡтыра ала. “Йәш армиясы”ларҙы яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Владимир Әлимов менән осраштырып, мауыҡтырғыс саралар үткәрә. Шулай ҙа күңелендәге иреклеккә, хозурлыҡҡа ынтылған тойғолар Ришат Йыһанур улын педагогик эшмәкәрлекте туҡтатып торорға саҡыра. Ағастары, урмандары, һыуҙары, ундағы балыҡ-кейектәре арбап тора шул тәбиғәттән илһам алып йәшәүсене. Эйе, ул хәҙер ағас ҡына түгел, төрлө балыҡ, йәнлектәрҙән ҡарасҡылар яһарға өйрәнеп ала, ундай тәбиғи һындар оҫтаның ихатаһын йәмләй. Шулай уҡ оҫта умартасылыҡ менән дә шөғөлләнеүҙе алғы планға ҡуя.
Абыҙ ауылында үҙ ҡулдары менән төҙөгән йортон бына шулай күркәм итеп, ғаиләһе өсөн һәр яҡлап та ҡулайлаштырып ҡоршап ҡуя.
Эйе, ғаиләһенән уңды Ришат Йыһанур улы. Ҡатыны Валерия Андеряновна идеялары, кәңәштәре менән күптән ижади ҡарашлы иренең беренсе ярҙамсыһына әйләнгән. Ике уңған пар килеп, тормоштарын ҡурсаҡ йортолай итеп тота. Ихатала һис бер артыҡ әйбер күрмәҫһең, һәр ерҙә тәртип.
Ғәлинуровтар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙҙары ла үҙҙәре кеүек матурлыҡҡа ғашиҡ. Юлиә урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләүенә ҡарамаҫтан, буш ваҡыты булдымы – сәскәләрҙән, емеш-еләк, сәтләүектәрҙән, кәнфиттәрҙән гөлләмәләр, бүләктәр яһарға тотона. Был һөнәрендә уға һеңлеһе Асия ла ярҙам итә. Уңған хужабикә булараҡ, Валерия Андеряновна иһә ауылдаштарын йыл әйләнәһенә тиерлек һөт, һөт ризыҡтары менән ҡыуандыра.
Ғәлинуровтарҙың тырышлығы, донъя көтөүгә бөтмөрлөгө, заман менән бергә атлауы тирә-яҡҡа күптән билдәле. Шуға ла улар тураһында йыш гәзит биттәрендә яҙалар, БСТ каналы хатта махсус тапшырыу әҙерләп күрһәтте. Әле күптән түгел был ижади ғаилә “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022” республика конкурсының төбәк этабында ҡатнашып, 1-се урын яуланы һәм республика этабына сыҡты. Райондың күпме кәләше Ришат Йыһанур улы яһаған һандыҡтар менән кейәүгә сыҡҡан, күпме кешене үҙенең ҡул эштәре менән һоҡландырып, тормоштарын йәмләгән ул! Әле лә өлгөлө ғаилә башлығы ҡул ҡаушырып ултырмай, теге йәки был клиент заказы буйынса мебель, һәр төрлө йорт йыһаздарын яһап ҡына тора. Ришат Йыһанур улы был һөнәргә атаһынан ҡарап өйрәнә. Ғәзизенән күреп балта, сүкеш һаплауҙы алға ала. Шулай уҡ ул күрше малайҙарына ағастан самокат яһап бирер булған. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл дә ғаилә башлығының тотош холҡон асып бирә. Бөгөн Ришат Ғәлинуров һунарсы, балыҡсы, умартасы, балта оҫтаһы булып танылған. Шулай уҡ кешелеклелек, ғәҙеллек, тура һүҙлелек, оло йөрәклелек, изгелек сифаттары ла һәләтле райондашыбыҙҙы биҙәй генә.


Авторы: Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.

Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта
Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта
Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта
Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта
Матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас