Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
18 Февраль 2022, 04:11

Түләү туҡтатылған осраҡта...

Ҡайһы берҙә пенсия түләүҙең туҡтатылыуы ихтимал. Әммә был ғәмәлде ҡайтанан тергеҙергә мөмкин. Пенсия фонды белгестәре әйтеүенсә, пенсионер ярты йыл дауамында почта элемтәһе бүлексәһенә пенсия алырға килмәһә, уны түләүҙе туҡтатып торалар.

Ҡараусыһын юғалтыуға бәйле пенсия алған студент уҡыу йортонан ҡыуылһа йәки ул уҡып бөтһә, был аҡса уға түләнмәй.

Рәсәйҙә йәшәү хоҡуғын биргән документтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланһа, сит ил граждандары ла пенсия алыуҙан мәхрүм ителә.

Өлкән йәштәге кеше Рәсәй Федерацияһы менән пенсия түләү тураһындағы килешеүе булмаған икенсе дәүләткә күсеп китһә, был турала Пенсия фондына хәбәр итергә тейеш. Фонд уға пенсия түләүҙе туҡтата.

Пенсия түләүгә хоҡуҡ биргән ышаныс ҡағыҙының ғәмәлдә булыу ваҡыты бер йылдан ашыу булғанда ла пенсия түләнмәй. Шул уҡ ваҡытта хәл-шарттар төрлө була. Бәлки, пенсионер туғандарына ҡунаҡҡа киткән дә пенсияһын алырға килә алмағандыр. Түләүҙе дауам итһендәр өсөн уға Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет аша йәки фондтың территориаль клиент хеҙмәтенә барып, пенсияның туҡтатылыуы сәбәбен яйға һалыуҙы раҫлаған документтарҙы күрһәтеп, ғариза яҙырға кәрәк.

Был ғариза тапшырылған көндән биш эш көнөндә ҡарала. Шул уҡ ваҡытта уны ҡарауҙы иң күбе өс айға кисектереп тороуҙары ла ихтимал. Түләүҙе дауам итеү өсөн нигеҙ булһа, Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре уны ҡайтанан иҫәпләп, ғариза биргәндең киләһе айынан яңынан түләй башлай.

Шуныһы мөһим: пенсия түләүҙе туҡтатып торған осорҙа (иң күбе өс йылда) уның алып еткерелмәгән күләме тулыһынса ҡаплана.

 

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Автор:
Читайте нас