Алтынсы тапҡыр ойошторолған конкурста әүҙем һәм заман менән бергә атлаған 500-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ғинуарҙа проекттың тәүге муниципаль район һәм ҡалаларҙа ойошторолған этабы тамамланды. Бөгөнгө көндә Рәсәй төбәктәренән ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамланыҡ
«Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсының географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Тәүҙә конкурста милләттәштәребеҙ генә ҡатнашһа, хәҙер Рәсәйҙә йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре үҙ һәләтен, эшен, ижадын күрһәтә ала
🌹Конкурстың тәүге этаптарында йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, йәмғиәттәге асоциаль күренештәрҙе профилактикалауға өлөш индергән, сәләмәт тормош алып барған, өлгөлө балалар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бирелде
🌹Конкурстың маҡсаты - әсәйҙәрҙең йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, уларҙың эшен баһалау, йәмғиәттәге статусын күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен, халыҡ этнопедагогикаһын, тарихын, рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм тергеҙеү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль-психологик яҡлаулылығын тәьмин итеү, әсәлектең баһаһын арттырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль йүнәлештәге эшмәкәрлегенең әһәмиәтен күтәреү
Әйткәндәй, Асҡын районынан ете ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша.