Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
15 Февраль 2022, 05:00

Батырлыҡ һәм хеҙмәт өлгөһө

күрһәткән Айҙар Йыһаншин йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҡатнаша Афған һуғышы... Илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күккә ашҡан тауҙар араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яҙмыштар, алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла, был тарих битен хәтер һаҡлығы менән йыл да аса торабыҙ, сөнки оноторға ярамай. Борай районы.

Батырлыҡ һәм хеҙмәт өлгөһөБатырлыҡ һәм хеҙмәт өлгөһө
Батырлыҡ һәм хеҙмәт өлгөһө

Райондаштарыбыҙ ҙа Афған һуғышында ҙур батырлыҡ, ысын рухи түҙемлек өлгөһө күрһәтте. Шундайҙарҙың береһе — Борай ауылында йәшәүсе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Айҙар Фәһим улы Йыһаншин.
Мәктәпте тамамлаған егет Һамар ҡалаһында хәрби медицина академияһында белем ала. Барлыҡ тиҫтерҙәре һымаҡ ул да Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә әҙерләнә. Хәрби хеҙмәтте Афған ерендә үтәсәген белгәс, ата-әсәһенең фатихаһын алыр өсөн тыуған йортона ҡайта. “Әгәр һине Тыуған ил шунда ебәрә икән, тимәк, шунда барып, намыҫ менән хеҙмәт итергә тейешһең”, — тип, ата-әсәһе улдарын изге теләктәр теләп оҙатып ҡала.
"Афғанстанға үҙемдең батальонға килеп төшкәс, аптырап, баҙап ҡалдым, — тип хәтирәләр йомғағын һүтә башланы Айҙар Фәһим улы. — Балтырға тиклем туҙан. Туҙан тип тә әйтеп булмай, бик ваҡ ҡом. Ул бөтә ергә тула. Батальон командиры эргәһенә инеп доклад яһағас, һалдаттарҙың ашау урынын тикшерергә киттем.
Таҡталарҙан ҡағылған бер һарай, асыҡ усаҡ янған өс аш бүлмәһе. Сей утын төтөнөнә түҙерлек түгел. Ҡап-ҡара булып бөтә ерҙе себен ҡаплаған. Һалдаттар ашай торған бүлмәлә бүрәнәнән киҫелгән тумар өҫтөнә таҡта ҡағылып, эскәмйәләр яһалған. Котелоктар юҡ тиерлек, кемдә — консерва һауыты, кемдә – банка. Ҡалаҡтар ҙа етмәй, икмәк ҡатыһы менән эләктереп ашайҙар. Көн дә командирға рапорт яҙып инәм, файҙаһы юҡ. Ҡаршылыҡтарға ҡарамай, бер машина табып алып килеп, дезинфекция яһаттым. Һигеҙ-туғыҙ көн эсендә яу кеүек себенде, бөтә ергә ҡатҡан бысраҡты бөтөрттөм.
Артабан гепатит менән көрәшә башланым. Ауырыусылар күп ине. Термизда ике джинсы салбар һатып алып, уларҙы ике тартма вакцинаға алмаштырып алып ҡайтып дауаланым”.
Һуғыш яланында ла һәр саҡ алдынғылар рәтендә була райондашыбыҙ. 19 йәшлек егеттәрҙе ут аҫтынан иҫән алып сыҡҡан лейтенант Айҙар Йыһаншин медицина гвардия майорына тиклем хәрби юл үтә. 2-се дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәт иткән өсөн” ордены менән бүләкләнә.
Аслыҡ, антисанитария, үҙәктәргә үтә торған әсе ҡоро елдәр, иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәйет, упҡынға төшөп осҡан машиналар, мөлдөрәмә тулы күҙҙәрен бағып, бәхетле ғүмер өмөт итеүсе бисара ҡышлаҡ халҡы һәм “интернациональ бурыс” тәрбиәһе алған, йәшәү өсөн көрәшкән Совет һалдаттары. Былар барыһы ла кешелек фажиғәһе. Һуғышта булған бындай ҡурҡыныс эпизодтарҙы беҙ киноларҙан ғына ҡарап беләбеҙ. Ә Айҙар Фәһим улы барыһын да үҙ күҙҙәре менән күргән. Афған һуғышында ике йыл булғандан һуң, ул Германияла хеҙмәтен тамамлай.
Тыныс тормошта Айҙар Фәһим улы бар ғүмерен медицинаға бағышлай. Ул 30 йылдан артыҡ Борай үҙәк район дауаханаһында терапевт булып эшләп, күптән түгел хаҡлы ялға сыҡты. Шәфҡәтлелек һәм хәстәрлелек, пациенттарға ихтирам менән ҡарау һәр саҡ уның девизы була. Юғары һөнәри оҫталығы, кешелеклелеге өсөн Айҙар Фәһим улы хеҙмәттәштәренең генә түгел, ә бөтә район халҡының оло ихтирамын һәм абруйын яулаған шәхес.
“Ватанды һаҡлау — ир-егеттең изге бурысы. Егеттәр рухи һәм физик яҡтан көслө булып, һәр саҡ Тыуған илебеҙҙе һаҡларға әҙер булырға тейеш. Ә ҡыҙҙар үҙ аллы медицина ярҙамы күрһәтә белһен ине”, — тигән фекерен дә еткерҙе утты-һыуҙы кискән Афған һуғышы ветераны.

 

Авторы: Гөлназ Ханова.

Батырлыҡ һәм хеҙмәт өлгөһө
Батырлыҡ һәм хеҙмәт өлгөһө
Батырлыҡ һәм хеҙмәт өлгөһө
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас