Республика картаһына күҙ һалһаҡ, Ҡариҙел районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Асҡын, көнсығышта — Дыуан, көньяҡта — Нуриман һәм Благовещен, көньяҡ-көнбайышта — Мишкә, төньяҡ-көнбайышта Балтас райондары менән сиктәш.
1932 йылдың 20 февралендә БАССР-ҙың Байҡы районы бөтөрөлөү һәм Асҡын, Мишкә райондарын эреләтеү арҡаһында барлыҡҡа килә ул. 1937 йылдың 20 мартында Ҡариҙел районынан Байҡыбаш районы айырылып сыға, территорияһының бер өлөшө Асҡын районы составына бирелә. 1956 йылдың 4 июлендә бөтөрөлә, территорияһы Байҡыбаш районына индерелә, ул 1956 йылдың 31 авгусында Ҡариҙел районы тип үҙгәртелә. 1963—1965 йылдарҙа Ҡариҙел районы составына Асҡын районы территорияһы инә һәм ошо осорҙан әлеге тораҡ пункттары менән йәшәп килде. 2005 йылда иһә Нуриман районының Атнаш ауылы ҡушылып, район территорияһы тағы үҙгәреш кисерҙе.
1932 йылдың 20 февралендә барлыҡҡа килгән районыбыҙ 90 йыл дауамында төрлө ваҡиғалар, тарихи мәлдәр, һынылыштар, күтәрелештәр шаһиты була. Бер кеше ғүмеренә тиң был осорҙа тотош ил яҙмышы яҙылған. Мәғлүм булыуынса, 30-сы йылдар еңелдән булмай. Беҙҙең район да ил менән бер рәттән коллективлаштырыу, грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү, биш йыллыҡ пландарҙы үтәүҙә әүҙемлек күрһәтә, һөҙөмтәле эшләй. 1931-1937 йылдарҙа өс машина-трактор станцияһы барлығы һәм уның уңышлы эшләүе рәсми документтарҙа нигеҙләнеп ҡалған. Тракторсы, механизатор һөнәре ул саҡта иң модалы һаналған. Һауынсы, быҙау ҡараусы, көтөүсе, игенсе һәм башҡа һөнәрҙәргә халыҡ хөрмәт менән ҡараған. Районыбыҙ ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхестәребеҙҙең күбеһе Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Октябрь Революцияһы, Почет билдәһе ордендары һәм башҡа юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Замандаштар Туҡтағол Ғабдинуров, Тимерғәле Сабитов, Мансур Кәбиров, Мәғәфур Сәғәтдинов, Әлтәф Яҡупов, Ҡадир Ғилмийәров, Фәтих Ҡәйүмов, Виталий Ишкилдиев, Иван Ватолин, Мәснәүи Илалов, Мария Беляева, Илһам Мостафин, Сәләхетдин Йыһаншин һәм башҡалар ауыл хужалығының һәр өлкәһендә бар булмышын эшкә бағышлап, тырыш хеҙмәте менән иҡтисади күтәрелешкә булышлыҡ итә.
Районыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ла эҙһеҙ үтмәй. Фронтҡа 11930 яугирын оҙата ул. Бары уларҙың яртыһы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта алған. Ҡариҙелдең дүрт бөркөтө — Нурлы Миңләхмәт улы Миңләхмәтов, Петр Георгиевич Корочкин, Сергей Павлович Черепахин, Николай Кириллович Романов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. 19 яугирыбыҙ Генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән. Әлеге ваҡытта өс ветераныбыҙ – Шамрат ауылынан Сәйетхан Шәйхинислам улы Шәйхинисламов, Тигермән ауылынан Әнғәм Ғайса улы Ғайсин, Муллаҡай ауылынан (бөгөн Ҡариҙел ауылында йәшәй) Рәхимйән Фәхрислам улы Хөсәйенов был шанлы йылдарҙың тере шаһиты булып, Еңеү яҙын 77-се тапҡыр ҡаршы алырға әҙерләнә.
Элек район территорияһы Унлар, Балыҡсы, Танып, Елдәк башҡорт ырыуҙарының аҫаба ерҙәренә ҡараған. Ҡариҙел районы тораҡ пункттары Һыу-Унлар, Елдәк һәм Танып олоҫтары аҫаба башҡорттарының ерҙәрендә барлыҡҡа килгән дә инде.
Һыу-Унлар олоҫо ике түбәгә бүленгән: Йәнсәйет (ул ошо уҡ исемле ауылдан ғына торған) һәм Байҡы (бында Яҡуп, Хәлил, Иҫке һәм Яңы Аҡбүләк, Юлдаш, Туйыш, Тигермән, Этҡусты, Абдулла башҡорт ауылдары ҡараған).
Байғаҙы ауылы Танып олоҫоноң Һыу-Танып түбәһе ҡарамағында булған.
Елдәк олоҫона Сиҙәш, Үреш ауылдары ингән. Балыҡсы олоҫо составына ла бер нисә ауыл ҡараған.
1864 йылда урындағы башҡорт олоҫтары урынына территориаль Байҡы һәм Байҡыбаш олоҫтары барлыҡҡа килгән.
Ҡариҙел районы башҡорттары теле Башҡортостандың башҡа төбәктәре һөйләшенән телдәрендә төрки телдәренең архаик формаларының бер төрө һаҡланғаны менән айырылып тора. Был Ҡариҙел һөйләшле башҡорттарҙың тел үҙенсәлектәре тарих биттәре буйлап беҙҙе бөйөк уйғыр ҡағанатына уҡ алып килә. Тимәк, Ҡариҙел районы башҡорттары ысынында иһә боронғо һундар (гунны) нәҫеленән килеп сыҡҡан.
Йырҙарҙа данланған Ҡариҙел һыуҙары Йүрүҙән, Кирҙә, Байҡы һәм Үреш йылғалары ҡушылдыҡтары менән бергә киң, зәңгәр таҫма булып, районды ике өлөшкә бүлеп аға. Һул яҡ яры – урман биләмәһе, бында башлыса ағас эшкәртеү менән шөғөлләнәләр. Ялан ерҙәрендә иһә ауыл хужалығы үҫешкән. Райондың географик үҙенсәлектәре, күркәм тәбиғәте тағы бер йүнәлеште — туризмды – үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Ҡариҙел районы биләмәһен 63 % урман ҡаплай. Ылыҫлы ағастар менән бер рәттән ҡайын, уҫаҡ, имән ағастары өҫтөнлөк итә. Революцияға тиклем үк бында урман эшкәртеү билдәле булған. Башта ситтән килеүселәр тарафынан урман эшкәртелһә, унан инде яйлап сәнәғәт ойошмалары барлыҡҡа килгән. «Бер ағас киҫһәң, ҡырҡты ултырт» тигән халыҡ мәҡәлен иҫтә тотоп, тәбиғәткә зыян килтермәҫкә тырышып, Ҡариҙел урмансылары питомниктарҙа ағастарҙың йәш үҫентеләрен ултырта. 32 ағас эшкәртеүсе ойошма Ҡариҙел урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Советына берләшкән, был өлкәлә бөгөн 500 кеше эшләй. “Уфалеспром”, “Альпийский”, “Йүрүҙәнурман” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре уңышлы эшләп килә. Улар тарафынан йылдан-йыл урман сәнәғәтенең матди-техник базаһы нығытыла. Мәҫәлән, былтыр улар тарафынан 110 миллион һумлыҡ заманса автоматлаштырылған урман етештереү комплексы алынған. Шулай итеп, урмансылыҡ кәсебе бында арҡыры бысҡы, балтанан һәм аттарҙан башланып, бөгөн бензобысҡы ҡеүәтле ағас ташыусы машина-тракторҙарға, автоматлаштырылған станоктарға тиклем эволюция юлын үтте. Киләсәктә урман сәнәғәтселәре районда түбән сортлы ағастарҙы эшкәртеп, ҡеүәте 50 мең кубометрға иҫәпләнгән ОСБ плитаһын сығарыу буйынса кесе завод асыу теләге менән яна. Бындай саралар алдағы йылдарҙа райондың социаль-иҡтисади үҫешенә оло этәргес буласаҡ. Урмансылар араһында ла тырыш хеҙмәте менән юғары уңыштарға өлгәшкәндәр бар. Уларҙың күбеһе райондың 85 йыллығына арнап асылған Дан аллеяһы исемлегендә мәңгеләштерелгән. Ҡариҙелдең Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған Василий Семенович Дульцев ошо исемлектә беренселәрҙән тора.
Йәшел "алтын" тураһында һүҙ йөрөткәндә Ҡариҙел урмансылары Фәрзәт Мәүләүи улы Шәмсетдинов, Ҡәнифйән Нәсәбетдин улы Хисмәтуллин, Хөбөтдин Мөхөтдин улы Хисаметдинов, Рәмил Сәлимйән улы Әүдийәров исемдәре хөрмәт менән телгә алына.
Заманында икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙары, аҙбар-аҙбар теҙелеп киткән фермалары, малсылыҡ, игенселек менән алдынғылыҡты бирмәгән ауыл хужалығы бөгөн районда ниндәй һулыш кисерә? Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы Ҡариҙел йылғаһының уң яҡ ярында – ялан өлөшөндә киң йәйелдерелгән. Әлеге ваҡытта районда алты асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 60 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм шәхси эшҡыуар, алты кооператив, 10 меңдән ашыу граждандың шәхси хужалығы агросәнәғәт комплексын тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа йылҡы малын да үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Был тармаҡҡа дәүләт тарафынан һәр төрлө субсидиялар, махсус программалар, гранттар булышлыҡ итә. Мәҫәлән, былтыр 33 миллион һумға яҡын субсидия йүнәлтелгән.
Әлбиттә, Ҡариҙел тигәс, урман-йылғалар, ҡая-таштар, шишмә-күлдәр күҙ алдына килеп баҫа. Ылыҫлы урмандарҙың күплегенә һәм Павловка һыуһаҡлағысының матурлығына һоҡланып, халыҡ Ҡариҙелде «икенсе Швейцария» тип йөрөтә бит. Бына ошо үҙенсәлек районда туризмды үҫтереүҙе көн ҡаҙағына ҡуйҙы. Был йүнәлеш ыңғай хәл ителә бара. Әлеге ваҡытта йыл әйләнәһенә төрлө ауылдарҙа урынлашҡан туғыҙ туристик база һәм район үҙәгендәге “Ҡариҙел” ҡунаҡханаһы туристарҙы ҡабул итә. Атамановка ауылында Н.Гастелло исемендәге балалар лагеры ла баш ҡаланың эре ойошмалар хеҙмәткәрҙәре балаларын йәлеп итә. Район етәкселеге был өлкәне киңерәк йәйелдереүгә ҙур иғтибар бүлә, инвестицион проекттар эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Бөгөн Ҡариҙелдә туризм өлкәһендә шундай 13 проект эшләй. Шуларҙың береһе — Яңы Йәнсәйет ауылында туристик парк төҙөлөшө. Уны шәхси эшҡыуар И.А. Компанченко 140 миллион һум күләмендә инвестициялай, бында биш эш урыны булдырыласаҡ. Шәхси эшҡыуар Ә.Ә. Зәйнуллин Ҡариҙел ауылында 450 урынға тәғәйенләнгән ҡунаҡханалар комплексын төҙөй, 120 миллион һум инвестиция бүленгән, 30 кешегә эш урынын булдырыу көтөлә. Уҙған йылда Бәрҙәш ауылында “Альберт янында” ял итеү базаһында 100 урынлыҡ ҡунаҡхана сафҡа индерелгән, 20 кеше эш менән тәьмин ителгән. Бынан тыш Павловка һыуһаҡлағысы ярҙарында тиҫтәнән ашыу ял базалары туристарға үҙҙәренең хеҙмәтен күрһәтә. “Звездный” физкультура-һауыҡтырыу комплексы Атамановка ауылы янында, Елдәк ярымутрауында урынлашҡан. Бында йәйен рәхәтләнеп һыуҙа кәмәлә, катерҙа, катамаранда йөҙөргә була. Балыҡ ҡармаҡлау ҙа тәҡдим ителә. Юғары кәйеф теләгәндәргә һыу өҫтөндә йөҙөүсе саңғылар, һыу мотоциклдары, һәр төрлө аттракциондар бар. Ҡышын иһә тау трассаһынан саңғыла, тюбингта, катокта конькиҙа шыуыусылар һаны йылдан-йыл арта. Ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәт итеү ҙә туристарҙың яратҡан шөғөлөнә әүерелә бара. Бәрҙәш ауылында урынлашҡан “Альберт янында” утарында дельтолетта осош яһап була. Шулай уҡ квадроцикл һәм гидроциклдарҙа йөрөргә теләүселәр күбәйә. Әгәр “Мәскәү” теплоходында сәйәхәт ҡылыусылар бар икән, райондың Сәмәй ауылына барырға кәрәк, “Урман” асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһы туристарға ошондай хеҙмәт күрһәтә икән. Район үҙәгенә етәрәк Байҡы һәм Ҡариҙел йылғалары киҫешә, уң яҡта билдәле Золотарев ҡултығы бар. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем бында ял итеүселәрҙең күплеге хайран ҡалдыра, балыҡ тотоу, һыу инеү өсөн дә ҡулайлы урын ул. Күрше райондарҙан да күпләп килеүселәр бар. Ошо урындан ситтәрәк “Ҡара Иҙел” исемле физкультура-һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан. Бында ла ял итеү өсөн барыһы ла ҡаралған. “Өс ташбаш” туристик комплексы ла Бәрҙәш ауылында йыл әйләнәһенә эшләй. Яңы Йәнсәйет ауылында “Өс айыу янында” шәхси пансионат бар. Бында боронғо рус стилендә йорттар, һәр төрлө ағас һындар, йылғала ағастан яһалған карап халыҡты ныҡлап йәлеп итә. Йүрүҙән йылғаһы ла туристарҙың яратҡан урыны. Быны иҫәпкә алып, Шамрат ауылында “Альфа” туристик базаһы асылды һәм килемле генә эшләп килә. Йырҙарҙа йырланған Йүрүҙән йылғаһы тын ғына ағымы менән махсус һалдарҙа ағып төшөүгә уңайлы. Шуға ла Яңы Бәрҙәш ауылынан Эльвира Әкрәмова “Йүрүҙән” туристик базаһын ойоштороп ебәрҙе. Мунсалы, туҡланыуға бар уңайлыҡтары булған һалдарҙа ағып төшөүе үҙе бер рәхәт бит. Йылға тулы балығы! Ҡариҙел районында бер көнлөк походтарға, экскурсияларға ла сығып була. Сөнки районыбыҙ тарихи ҡомартҡыларға бай. Мәҫәлән, әбей батша Екатерина тракты Байҡыбаш менән Яугилде ауылдары араһында ята. Үреш-Битулла, Ҡыҙыл Үреш, Байҡы ауылдарындағы алпауыттар йорттары, биналары. Районыбыҙҙа билдәле, туристарҙың, балыҡсыларҙың иң яратҡан урыны – Шишмарал инеше. Ул Ҡариҙел йылғаһының һул яҡ ярында, Озерки ауылынан (Озерки ауылы биләмәһендә) һигеҙ километр өҫтәрәк урынлашҡан. Ҙур һәм матур инеш ер аҫтынан урғылып сығып, Ҡариҙел йылғаһына ағып төшә. Был урында йылға бик тәрән түгел һәм үтә күренеп тора, етеҙ ағымлы. Бигерәк тә йылға ярында баҫып тороу рәхәт. Сөнки бында ваҡ ҡына ҡомлоҡ йәйрәп ята һәм ул ҡояшта ныҡ ҡыҙа. Һис тә диңгеҙ пляждарынан кәм түгел. Бына шуға ла был урынды туристар ярата. Бигерәк тә күрше Силәбе өлкәһенән килеүселәр күп. Атамаһының килеп сығышын урындағы халыҡ былай тип аңлата: «шиш» һүҙе – тыуған яҡ, ил, «марал» - болан мәғәнәһен белдерә. Ике һүҙ ҡушылыу юлы менән «Болан иле» һүҙе барлыҡҡа килә. Ә Озерки ауылының ҡуйы урмандарға күмелеп ултырғанын иҫәпкә алғанда, был атама дөрөҫтөр, тип уйларға була. Шишмарал инешенә машина менән барып булмай. Озерки ауылына килгәс, Ҡариҙел йылғаһы ағымы буйлап юғарыға табан моторлы кәмәлә генә күтәрелергә була.
Хәҙер һәр өйҙә тиерлек барлыҡ уңайлыҡтар, береһенән-береһе ҡалышмай, матур-матур йорттар һалына. Бигерәк тә Ҡариҙел ауылының Йәштәр ҡасабаһы, Абыҙ ауылы күҙгә күренеп үҫә. Һуңғыһында 2019 йылда 108 урынлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбе асылғайны. Хәҙер бында 157 бала уҡып, мәктәпте ҙурайтыу кәрәклеге алғы планға сыҡты һәм был йүнәлештә эштәр башланды ла инде. Шулай уҡ Яңы Бәрҙәш ауылында яңы мәктәп төҙөү ҡаралған, проектлау тамамланып килә. Мәғариф өлкәһен районда 13 урта, һигеҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбе, ике өҫтәмә, 26 мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәшкил итә. Уҡыусылар туған телен — башҡорт, татар, мари телдәрен өйрәнә. Әйтергә кәрәк, “Йыл уҡытыусыһы”, “Йыл тәрбиәсеһе” һөнәри конкурстарҙа еңеүселәребеҙ йыл һайын яҡташыбыҙ, осоусы, Рәсәй Геройы Владимир Әлимов премияһы менән бүләкләнә.
Гөлнара Солтанова.
Ҡариҙел районы.