ҠУҘЫ
Тырыш хеҙмәтегеҙ, бурыстарығыҙға иғтибарлы һәм яуаплы ҡараш һөҙөмтәһендә матди уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Етәкселек менән яҡшы мөнәсәбәт һөнәри үҫешкә, аҡсалата бүләкләнеүгә булышлыҡ итер. Бер генә кәңәш – шикле эштән алыҫ тороғоҙ.
БУҒА
Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшеүҙә ныҡышмал булығыҙ. Сетерекле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә яҡындарығыҙҙан ярҙам, кәңәш һорауҙан тартынмағыҙ. Мөһим эштәрҙе дүшәмбе, шишәмбегә планлаштырыу хәйерле. Аҙна уртаһында шәхси мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнеш артыр.
ИГЕҘӘКТӘР
Бурыс, кредит, мираҫ йәки страховка мәсьәләләре менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай аҙна. Тик был эштәрҙе аҙнаның тәүге яртыһында башҡарырға тырышығыҙ, сөнки осор аҙағында ҡаршылыҡтар тыуыуы, өҫтәмә сығым талап ителеүе бар.
ҠЫҪАЛА
Осор рухи һәм интеллектуаль үҫеш, ял һәм сәйәхәт итеү өсөн ҡулай аҙна. Ғәҙәти булмаған эшмәкәрлек төрҙәре, мәҫәлән, реклама, эзотерика, фәлсәфәүи ғилем менән шөғөлләнгәндәрҙе мул ғына табыш көтә. Сит илдәр, сит ил граждандары менән хеҙмәттәшлек уңышлы булыр.
АРЫҪЛАН
Матди хәлегеҙ күп йәһәттән башҡаларға һәм проблемаларҙы йылдам хәл итеүегеҙгә бәйле. Мираҫҡа, алименттарға, страховкаға, һалымға, кредитҡа бәйле мәсьәләләр үҙенән-үҙе яйға һалыныр. Был арала яңы кредит алмаҫҡа кәңәш ителә.
ҠЫҘ
Был арала килем мәсьәләһен кисектереп тороғоҙ. Аҡса йыйырға теләһәгеҙ ҙә, барып сыҡмаҫ, киреһенсә, күберәк тотонорһоғоҙ. Ҙур әйберҙе аҙнаның тәүге яртыһында һатып алығыҙ. Сәфәрҙе лә осор башына планлаштырығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Ижади ҡеүәтегеҙ артыуын тойорһоғоҙ. Яңғыҙҙарҙы ҡыҙыҡлы осрашыу көтә. Иң уңышлы көндәр: дүшәмбе, шишәмбе, шәмбе. Ғаиләлеләргә балағыҙға күберәк иғтибар бүлергә кәңәш ителә, юғиһә осор уртаһында мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал.
САЯН
Шәхси тормошоғоҙ сағыу буяуҙарға мансылғандай булыр. Һөйгәнегеҙ даими ҡыуандырыр. Ҡасандыр бурысҡа алған аҡсаны ҡайтарырға форсат тыуыр. Был мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, дәғүә белдереүҙәре ихтимал.
УҠСЫ
Нимәгә генә тотонмағыҙ, тиҙ арала ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшерһегеҙ. Шуға күрә үҙегеҙ өсөн өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе алдан уҡ билдәләп ҡуйығыҙ. Осор аҡса йыйыу өсөн ҡулай. Бер генә кәңәш: иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ.
ЫЛАҠ
Кәйефегеҙҙең үҙгәреп тороуы мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнеш тыуҙырыр. Яҡындарығыҙ менән дорфа булмағыҙ. Эш урынында яҡшы яңылыҡтар көтөлә. Мул ғына килем алырһығыҙ. Аҡсаны шунда уҡ тотонорға ашыҡмағыҙ, кәрәге тейер.
ҺЫУҒОЯР
Әлегә тиклем медитация менән шөғөлләнмәһәгеҙ, әле быны үҙләштереү зыян итмәҫ. Яҡын арала эш-мәшәҡәт артып китер, ял итеүгә ихтыяж тыуыр. Бер аҙ ваҡытты яңғыҙ үткәреү файҙаға булыр. Берәүгә лә вәғәҙә бирмәгеҙ, һүҙегеҙҙе тота алмаҫһығыҙ.
БАЛЫҠ
Уңыштан башығыҙ әйләнеүе ихтимал. Өлгәшкән һөҙөмтәләрҙе юғалтыу хәүефе бар. Күктән ергә төшөгөҙ, матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу тураһында уйланырға кәрәк, сөнки тиҙҙән ҙур ғына сығым булмаҡсы.