

Конкурста барыһы 12 ауыл ҡатнашты. Уларҙың һәр береһендә эскелеккә ҡаршы төрлө профилактик саралар үткәрелде. Ауылдарҙа халыҡ араһында айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса эш алып барылды, рейдтар, алкоголгә, тәмәкегә бәйле ауырыуҙарға бирешкәндәргә ярҙам күрһәтеү һәм башҡа саралар ойошторолдо.
Ойоштороу комитеты ағзалары уларҙың эштәрен даими баһалап торҙо. Улар ауылдар буйлап йөрөп, социаль селтәрҙәргә байҡау яһап, айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән эшмәкәрлек менән танышты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ҡайынлыҡ ауыл биләмәһенән Бигәнәй ауылы беренсе урын яуланы. Икенсе урынға – Мамаҙы (Әзәк ауыл биләмәһе), өсөнсө урынға Ҡоҙаш ауылы (Ҡушманаҡ ауыл биләмәһе) лайыҡ булды. Һәйбәт әҙерләнгәндәре өсөн Дауытлар, Иҫке Көрйә һәм Ҡуҙбай ауылдарына Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Шулай итеп, «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсында районыбыҙ данын Бигәнәй ауылы яҡлаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Айыҡ ауыл-2021» конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола. Бәйге саралары республика Башлығы гранты иҫәбенә үткәрелә.
2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән сараның приз фонды ун тапҡырға арттырылды.
Бәйгенең маҡсаты — кешеләр күңелендә үҙенең һәм яҡындарының һаулығына иғтибарҙы арттырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.
Авторы: Гөлназ Ханова.