

Мишкә районы ауылдары ла был программаға йыл да әүҙем ҡушыла. Мәҫәлән, Мишкә ауыл биләмәһенә ҡараған Ленинское ауылы күптән инде был программаға ҡушылып, ике тапҡыр конкурста еңеү яулаған. Программа сиктәрендә ауыл тирәһендәге юл яҡшыртылған һәм мәктәптең, балалар баҡсаһының йылытыу системаһы тулыһынса яңыртылған, яңы тәҙрәләр ҡуйылған.
Быйыл да ауыл халҡы ҡатнашлығында уҙған дөйөм йыйылышта тәҡдим ителгән бер нисә проект араһынан иң лайыҡлыһы һәм кәрәклеһе тип, бер тауыштан МТЗ-82.1 тракторын алыуҙы күтәреп сыҡтылар. Урында һәр һорау, тәҡдим ентекле тикшерелде. Халыҡ үҙенең әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтте.
— Халыҡтың ауыл тормошона битараф булмауы шатландыра. Йыйылыш ваҡытында улар тарафынан ауылда тормош шарттарын яҡшыртыу, йәшәгән еребеҙҙе уңайлыраҡ һәм матурыраҡ итеү буйынса күп кенә тәҡдимдәр булды. Ленинское ауылы халҡына ҙур рәхмәтемде белдерәм һәм уңыштар теләйем, — ти Мишкә ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ишмакаев.
Авторы: Лилиә ХӘСӘНОВА.