Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2022, 11:15

Ҡатнашыусыларҙың исемлеге 1 мартта сайтҡа ҡуйыласаҡ

Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсына документтар дистанцион рәүештә ҡабул ителә

1-енән 23 февралгә тиклем муниципалитеттарҙың мәғариф бүлеге тарафынан яҡланған элемтә каналы ярҙамында конкурста ҡатнашыуға дәғүә итеүселәрҙең документтар комплекты ҡушымтаһы менән ғаризалар ебәрелә. 24 февралдән 28-нә тиклем тапшырылған документтар тикшереләсәк.

Быйылғы конкурста ҡатнашыусыларҙың исемлеге 1 мартта сайтҡа ҡуйыласаҡ. 3 мартта конкурс марафоны ҡатнашыусылар өсөн вебинарҙан башлана, унда конкурс материалдарының йөкмәткеһе, шулай уҡ уларҙы ойоштороу буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә мөмкин.

 

 

Фото: https://vk.com/education.bashkortostan.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Автор:
Читайте нас: