Ауыл халҡына өҫтәмә пенсия алыу өсөн колхозда, совхозда һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында һәм ойошмаларындағы эш стажы иҫәпкә алына. Исемлектә 500-ҙән ашыу һөнәр һәм вазифа бар. Төп шарт – 30 йыллыҡ хеҙмәт стажы булыуы. 1992 йылға тиклемге колхоздарҙағы, МТС-тарҙағы, колхоз-ара предприятиеларҙағы, совхоздарҙағы, крәҫтиән хужалыҡтарындағы, артелдәрҙәге эш осоро, ниндәй профессия, специальность йәки вазифа биләүеңә ҡарамаҫтан, ауыл стажына мотлаҡ индерелә.
Пенсионер Пенсия фондының клиент хеҙмәтенә үҙе мөрәжәғәт итә һәм ауыл ерендә эш стажын раҫлаған документтарын илтә ала. Өҫтәмәне алыуға ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия алған, ауыл ерендә йәшәгән, ауыл хужалығында кәм тигәндә 30 йыл хеҙмәт стажы булған пенсионерҙар хоҡуҡлы. Шуны ла әйтергә кәрәк, өҫтәмә бөтә пенсияға түгел, ә билдәләнгән түләү базаһына ғына ҡағыла. Мәҫәлән, 2019 йылда күпселек пенсионерҙарҙың билдәләнгән түләү күләме 5 334 һум 19 тин тәшкил итте, шуға ярашлы өҫтәмә аҡса күләме 1333 һум 55 тин булды. Өҫтәмә алыу өсөн ауыл хужалығындағы стажды иҫәпләгәндә, эш осоронан тыш, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ мәлендә мотлаҡ социаль страховка буйынса пособие алыу, шулай уҡ йыл һайын алынған түләүле отпускылар ваҡыты ла индерелә. Ата-әсәнең береһе һәр баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән осор ҙа стажды иҫәпләгәндә индерелә. Тик был осор алты йылдан да артмаҫҡа тейеш.
Өҫтәмә пенсия алыу өсөн тағы бер шарт – ауыл ерендә йәшәү, тинек. Ауыл биләмәләренә ауылдар, разъездар һәм ауыл округтарына ингән ҡасабалар ҡарай. Ә ҡала тибындағы һәм эшселәр ҡасабалары улар иҫәбенә инмәй. Өҫтәмә түләүҙе Пенсия фондының урындағы территориаль органы пенсионерҙың йәшәгән урыны буйынса билдәләй. 2019 йылдың 1 сентябренә тиклем пенсияны ҡайтанан иҫәпләү ғариза алмайынса, пенсионерҙың документтарына таянып башҡарылды. Түләүҙәр алыуға хоҡуҡлы пенсионерҙар исемлеге асыҡланыу өҫтөндә. Һорауҙар килеп тыуғанда, Пенсия фондының урындағы клиент хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 2020 йылдың 1 ғинуарынан “ауыл” өҫтәмәһе ғариза буйынса билдәләнә. Бары ауыл ерендәге эш стажыңды раҫлаған документтарҙы илтергә кәрәк. Мөрәжәғәт иткәндән һуң киләһе айҙың беренсе көнөнән пенсияға өҫтәмә индереләсәк.
2022 йылдың 1 ғинуарынан был өҫтәмә түләүҙәр кеше ҡалаға күсеп киткәндә лә һаҡланасаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенең 2021 йылдың 23 июнендәге ҡарарына ярашлы, граждандарҙың был хоҡуғы нығытылды. Ҡалаға күсеп китеү арҡаһында өҫтәмә пенсияһын юғалтҡан ветерандарға борсолорға урын юҡ, йыл башынан ул яңынан иҫәпләнәсәк һәм түләнәсәк, ғариза яҙырға кәрәкмәй.
Әле Рәсәйҙә “ауыл” өҫтәмәһен 900 меңдән ашыу кеше ала. Уның күләме страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙән 25 процент тәшкил итә, йәғни айына 1 500 һум самаһы. Инвалидлыҡ буйынса өсөнсө төркөмгә эйә булған пенсия алыусыларға ай һайын 755 һум 56 тин өҫтәмә ҡаралған. 2022 йылда билдәләнгән түләү базаһы индексацияланғас, өҫтәмә пенсия күләме лә артасаҡ.
Пенсияға “ауыл” өҫтәмәһенән тыш, башҡа түләүҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, 80 йәше тулған пенсионерҙарҙың страховка пенсияһына билдәләнгән түләү ике тапҡыр арттырыла, йәғни 12 мең һумдан ашыу аҡса өҫтәлә. Түләүҙе алыу өсөн ғариза яҙыу кәрәкмәй. Хеҙмәткә һәләтһеҙ туғандарын ҡараған пенсионерҙар ҙа өҫтәмә түләүгә иҫәп тота ала. Был осраҡта бер кешене тәрбиәләгән өсөн страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙең өстән бер өлөшө түләнәсәк.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әҙерләне.