Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ғинуар 2022, 11:00

Өмәнән ситтә ҡалмағыҙ!

Ошо көндәрҙә республика ҡалаларында һәм райондарында ҡышҡы акция үтә. Ул йорт алды биләмәләрен, урамдарҙы ҡар өйөмдәренән, сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында ойошторола. Эш тамамланғас, шыршы янында уйнап-бейеп күңел асыу ҡаралған.

Өмәнән ситтә ҡалмағыҙ!
Өмәнән ситтә ҡалмағыҙ!

Кисә иртә менән был акцияға Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы халҡы берҙәм ҡушылды.

-Беҙҙең коллектив экологик өмәне дәррәү күтәреп алды, күмәкләшеп мәктәп биләмәһен тәртипкә килтерҙек, ҡарҙан таҙарттыҡ, - ти Аҡъярҙағы 2-се мәктәп уҡытыусыһы Айгөл Рәсембәтова.

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-комуналь хужалыҡ министрлығы белдереүенсә, был акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Сараны сағылдырған фотолар менән социаль селтәрҙәрҙә #снежныйсубботникРБ хештегын ҡуйып бүлешергә мөмкин.

Ҡышҡы өмәгә Яңы йыл каникулдарынан һуң йомғаҡ яһаласаҡ.

Фото: https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Өмәнән ситтә ҡалмағыҙ!
Өмәнән ситтә ҡалмағыҙ!
Автор:
Читайте нас: