Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ғинуар 2022, 08:00

Иғтибар: һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә!

Синоптиктар иҫкәртеүенсә,  7 ғинуарҙа, ниҙәр көтөлә? 

 7 ғинуарҙа, һауа температураһы күтәреләсәк. Еүеш ҡар яуыуы, урыны менән көслө ел булыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығыуы, боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Төндә һауа температураһы 8-13 градус һалҡын булһа, көндөҙ - +2, -3 градус.

Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов водителдәргә үтә иғтибарлы булырға кәңәш итә. Тормоз системаларын, тәҙрә таҙартҡыстарҙы ла тикшереп юлға сығығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, хәүефле маневрҙар яһамағыҙ, тип иҫкәртә етәксе.

Йәйәүлеләр иһә тайғаҡ юлда транспорт сараһының тормоз юлы бермә-бер артҡанын онотмаҫҡа тейеш. Юл аша махсус билдәләнгән урындарҙан сығығыҙ, яҡтылыҡты сағылдыра торған кейем кейегеҙ.

ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәре ҡала эсендә лә, трассаларҙа ла һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда, юл инспекторҙарына мөрәжәғәт итегеҙ. Төп иғтибар федераль һәм республика юлдарының проблемалы участкаларына бүленәсәк.

Фото: 04.mchs.gov.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Автор:
Читайте нас: