Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Ғинуар 2022, 09:00

Бауырығыҙҙы һаҡлағыҙ...

Организмдың был мөһим ағзаһы байрам көндәрендә бигерәк тә зыян күрәлер ул. Сирҙе белдереүсе бер нисә билдә бар. Иғтибар итегеҙ.

Бауыр сирҙәрен булдырыусы сәбәптәр: әҙ хәрәкәт итеү, дөрөҫ туҡланмау (был осраҡта бауырҙа тамсы кеүегерәк булып май йыйыла икән), ҡапыл асыға башлау (диетаны дөрөҫ тоторға кәрәк), дарыуҙы самаһыҙ ҡулланыу (препараттарҙың күбеһен бауыр эшкәртә, ҡайһы берҙә көсөргәнешкә сыҙамай, ауырта башлай).

Нимәһе хәүефле: бауыр сирҙәре йыш ҡына билдәләрһеҙ башлана. Кеше белмәй ҙә йөрөүе ихтимал. Шулай ҙа иғтибар итә торған нәмәләр бар.

Әгәр ҙә гел арыһағыҙ, көсөгөҙ бөтһә, аппетитығыҙ үҙгәреп торһа, ашағандан һуң эсегеҙ күпһә, ҡоҫҡоғоҙ килһә – былар бауырҙа хроник сир барлығына ишара булыуы мөмкин.

Ғөмүмән, бауыр үҙе, ғәҙәттә, ауыртмай. Тик уң яҡ ҡабырға аҫтындағы дискомфортҡа иғтибарлы булығыҙ. Сирҙе алдан һиҙеп, баштан уҡ билдәләһәң, тулыһынса һауығыу еңел.

Сәләмәт булығыҙ!

Автор:Йәшлек гәзите
Читайте нас: