Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ғинуар 2022, 09:00

Иғтибар: программала ҡатнашығыҙ!

Быйыл уға Башҡортостан бюджетынан 400 миллион һум бүлеү ҡаралған. Конкурста ҡатнашыу шарттары - яҙмала.   

Республиканың Финанс министрлығы урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураларын үҫтереү буйынса конкурс һайлап алыуында ҡатнашырға саҡыра. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһын (ППМИ) тормошҡа ашырыу буйынса координатор булып Граждандар башланғыстарын өйрәнеү үҙәге сығыш яһай.

"2021 йылда конкурсҡа 1085 ғариза килде. Улар араһынан 589,5 миллион һумға торошло 539 проект еңеүсе тип табылды. Ауыл халҡы 384,1 миллион һумлыҡ 368 проектты, ә ҡаланыҡылар 205,4 миллион һумлыҡ 171 проектты тормошҡа ашырҙы.

Еңгән проекттар араһында автомобиль юлдарын һәм уларҙағы ҡоролмаларҙы ремонтлау беренсе урында килә (114). Икенселә – белем биреү учреждениеларына бәйлеләр (93). Өсөнсөлә – зыяраттарҙы төҙөкләндереү (65 проект). Быйыл программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 400 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡарала", - тип билдәләне финанс министры Лира Иғтисамова.

Был программаның өҫтөнлөгө шунда: халыҡ урындағы үҙидара эшмәкәрлегендә туранан-тура ҡатнашып, үҙ төбәгенең үҫеше өсөн мөһим булған ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаша, йыйылған һәм бюджеттан бүленгән аҡсаны контролдә тота, һөҙөмтәне лә күрә.

2022 йылда Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыу этаптары:

2022 йылдың 31 ғинуарына тиклем – проектты билдәләү буйынса халыҡ ҡатнашлығында саралар уҙғарыу;

11 мартҡа тиклем – электрон ғаризалар менән эш;

12 апрелгә тиклем – ғаризаларҙы баҫма вариантта ҡабул итеү;

апрель аҙағына тиклем – конкурс комиссияһының ултырышы, еңеүсе проекттарҙы билдәләү;

май-июнь – республика Хөкүмәтенең субсидия бүлеү тураһында ҡарарын раҫлау, килешеүҙәр төҙөү;

июль - сентябрь – проекттарҙы тормошҡа ашырыу;

октябрь - декабрь – объекттарҙы асыу.

Фото һәм текст сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54371

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас: