Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ғинуар 2022, 12:03

Ниндәй һут файҙалыраҡ?

Көҙ һәм ҡыш башы - организмға витаминдар һәм минерал матдәләр етешмәгән саҡ. Уны һуттар ярҙамында тулыландырырға мөмкин. Бының өсөн көнөнә 1-2 стакан эсеү ҙә етә.

Әфлисун һуты. Организмда С витаминының етешмәүе иммунитеттың ҡаҡшауына килтерә. Ә бер стакан әфлисун һутында 85 процент С витамины бар. Шуға күрә иртәнсәк уны эсеү ашҡаҙан һуты эшләп сығарыуҙы көйләй, организмдың сир­ҙәргә ҡаршы тороусанлығын көсәйтә. Фолий кислотаһының етмәүе йө­рәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының үҫеү хәүефен көсәйтә, ә флавоноидтар организмды яман шеш сирҙәренән һаҡлай. Әммә әгәр һеҙ­ҙең ауыҙ ҡыуышлығығыҙ йәки аш­ҡаҙанығыҙ ялҡынһынһа, әфлисун һутына һыу ҡушып эсергә йәки уны башҡа эсемлек менән алмаштырырға кәңәш ителә.
Грейпфрут һуты составы менән әфлисундыҡына яҡын. Унда калий, 80 проценттан ашыу С витамины бар. Шулай уҡ кеше организмына тәүлегенә кәрәк булған флавоноидтарҙың 60 проценттан артығырағы ошо һутта була. Был һутты айырыуса диетала ултырған кешеләр ҡуллана, сөнки ул иң түбән калориялыларҙан һанала.
Ананас һуты ферменттар комплексын үҙ эсенә ала. Улар аҡһымдарҙы тарҡата, аш һеңдереүҙе тиҙләтә, шуға күрә был һутты ашағандан һуң уҡ эсеү һәйбәт. Тәүлегенә кешегә кәрәк булған С витамины, фолий кислотаһы һәм магнийҙың 30 проценттан артығын ошо һут үҙендә туп­лаған. Әле һанап үткән витаминдарҙың етешмәүе арҡаһында йөрәк сирҙәре көсәйеүе мөмкин.
Томат һуты – ысын мәғәнәһендә витаминдар һәм минерал матдәләр һандығы. Уның составында А провитамины (ß-каротин), С витамины, натрий, калий һәм ликопин-антиоксиданты бар. Томат һуты ла иң түбән калориялыларҙан иҫәпләнә.
Кишер һуты. А провитамины менән организмды тулыһынса тәьмин итер өсөн көнөнә 1 стакан эсеү ҙә етә. Унда ҡандың ойошоуына булышлыҡ иткән К витамины, С витамины, магний һәм биотин бар. Һуңғыһының етешмәүе тире торошоноң насарланыуына килтерә.
Мультиемештәр һуты. Төрлөсә тәжрибә яһап ҡарауҙан ҡурҡ­мағыҙ. Иң мөһиме: һуттар бер-береһенә тәме, төҫө һәм еҫе буйынса тап килергә тейеш. Мәҫәлән, алма менән кишер, алма һәм груша, алма һәм сейә һуттары бер-береһенә тап килә. Шуға уларҙы ҡушып, тәмле һут эшләргә мөмкин.
Йәшелсә һуттарын тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә лә эсергә ярай. Ә татлы емеш һуттарын көндөң тәүге яртыһында эсергә кәрәк. Әммә һуттарҙы аҙыҡ менән, бигерәк тә крахмал һәм шәкәр күп булған ризыҡтар, шулай уҡ минерал һыу менән бер үк ваҡытта ҡулланырға ярамай. Ашҡаҙан һуты түбән әселектә йәки нормала булған саҡта йәшелсә һуттарын ашағанға тиклем 30 минут алда, ә юғары әселектә булғанда ашағандан һуң 1 – 1,5 сәғәт үткәс эсергә кәңәш ителә.
Дарыуҙарға ҡарағанда һуттар фай­ҙалыраҡ. Тик үҙегеҙҙе сирләү дәрәжәһенә еткермәгеҙ. Бының өсөн иммунитетығыҙҙы нығытығыҙ. Һуттар һеҙгә ярҙам итер, көс бирер.

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:Юлиә Кирәева
Автор:
Читайте нас: