

Түбәндәге рецепт өлгөһөн ҡулланыусылар сәстәренең бер ай эсендә өс - ете сантиметрға тиклем үҫеүе тураһында белдергән.
Маска өсөн кәрәк:
бер ампула В6 витамины;
бер ампула В12 витамины;
бер грамм С витамины онтағы (бәләкәй ҡаптарҙа һатыла);
ике ҡалаҡ кастор йәки дегәнәк майы;
ике ҡалаҡ бал;
(уны банкаһы менән икенсе һауыттағы һыу эсенә ҡуйып йылытырға);
ике ҡалаҡ сәс бальзамs.
Ошо ингредиенттарҙың барыһын да бергә ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ ҙа йыуырҙан алда тәүҙә сәстең төбөнә, шунан осона һеңдереп һөртәбеҙ. Башты йылы тотор өсөн яулыҡ йә таҫтамал менән урап ҡуябыҙ.
Составында бальзам булғанлыҡтан, бындай маска бик яҡшы йыуыла. Ҡулланып ҡарағыҙ - һөҙөмтәһе ҡыуандырмай ҡалмаҫ.
Фото: vladimir-skidcom.ru