

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов, һауа шарттары насар булыуға бәйле, водителдәргә, мөмкин булһа, юлға сыҡмай торорға саҡырып мөрәжәғәт итте.
"Республика юлдарында һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе күҙәтелә, урыны менән күпләп ҡар яуа һәм көслө ел иҫә. Килеп тыуған хәлгә бәйле, юлда водителдәргә ныҡ иғтибарлы булыу талап ителә. Мөмкин булғанда, юлға сыҡмай тороғоҙ, һауа торошоноң яҡшырыуын көтөгөҙ. Әгәр ҙә һеҙ юлда икәнһегеҙ, мотлаҡ рәүештә тиҙлек тәртибен һаҡлағыҙ, дистанцияны күҙәтегеҙ, бигерәк тә йәйәүлеләр үтә торған урында һаҡ булығыҙ.
Киҫкен боролоштар яһамағыҙ, тиҙерәк үтеп китергә ашыҡмағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын мотлаҡ эләктерегеҙ", - ти ул.
Юл йөрөгәндә киҫкен хәл килеп тыуһа йәиһә ярҙам кәрәкһә. түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ: 8 (347) 235-84-02, 8 (347) 233-27-31 йәки 8 (347) 237-84-80, 8 (347) 237-02-02.
Юлда һаҡ булығыҙ, имен-һау йөрөгөҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: Олег Яровиков.