Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Декабрь 2021, 12:31

Студенттар араһында коронавирус тарала...

775 кеше тикшерелгән, тәү сиратта ятаҡта йәшәүселәрҙән анализ алынған.

Студенттар араһында коронавирус тарала...Студенттар араһында коронавирус тарала...
Студенттар араһында коронавирус тарала...

“Роспотребнадзор” идаралығы Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары араһында коронавирус инфекцияһы таралыуын тикшерә. Вузда уҡытыусылар һәм студенттар күпләп ауырый.

“Сирҙең таралыу сәбәптәре һәм эпидемиологик шарттар тикшерелә. Ятаҡта йәшәүселәр араһында вирусты йоҡторғандар бар. Эпидемиологик хәлде асыҡлау барышында сирлеләр менән бәйләнештә булған кешеләрҙе  лаборатор тикшереү  ойошторолған, был осраҡта уларҙың иммун статусы һәм клиник билдәләренең булыу-булмауы иҫәпкә алынмай. 24 декабргә ҡарата 775 кеше тикшерелгән, тәү сиратта ятаҡта йәшәүселәрҙән анализ алынған,”- тип хәбәр итә “Роспотребнадзор” идаралығы.

 

Фото:Pressaufa.ru

Автор:Дина Арсланова
Студенттар араһында коронавирус тарала...
Студенттар араһында коронавирус тарала...
Автор:
Читайте нас