Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Декабрь 2021, 11:10

Көн үҙәгендә – һаулыҡ, хеҙмәт һәм социаль яҡлау

Максим Забелин билдәләүенсә, быйыл хеҙмәт баҙары күрһәткестәре яҡшырған

Көн үҙәгендә – һаулыҡ, хеҙмәт һәм социаль яҡлауКөн үҙәгендә – һаулыҡ, хеҙмәт һәм социаль яҡлау
Көн үҙәгендә – һаулыҡ, хеҙмәт һәм социаль яҡлау

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Хөкүмәттең йомғаҡлау ултырышында 2021 йылда республикала һаулыҡ һаҡлауҙы, хеҙмәтте һәм халыҡты социаль яҡлауҙы үҫтереүҙең яҡынса һөҙөмтәләре һәм 2022 йылға бурыстар тураһында сығыш яһаны.

– Коронавирустың йәнә ҡуҙғып китеүе сирҙең таралыуына юл ҡуймау, граждандарҙың һаулығын һаҡлау һәм ауырыуҙарға ярҙам итеү йәһәтенән бөтә ресурстарҙы тупларға мәжбүр итте, – тине вице-премьер. – “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу 2021 йылда төп бурыстарының береһе булды.

Максим Забелин республикала “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш”, “Яман шешкә ҡаршы көрәш” проекттары нигеҙендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, “Ауыл табибы” программаһы буйынса медицина хеҙмәткәрҙәренә күрһәтелгән ярҙам сараларын телгә алды. 

Вице-премьер билдәләүенсә, быйыл хеҙмәт баҙары күрһәткестәре яҡшырған. Йыл башынан алып эшһеҙҙәр һаны 35,6 процентҡа түбәнәйгән. Халыҡтың йән башына уртаса килеме, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 6,8 процентҡа артып, 29,2 мең һум тәшкил иткән.

Республикала бөтә социаль йөкләмәләр тулы күләмдә үтәлә. Социаль ярҙам сараларына 30,7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған, шуның 10,4 миллиард һумы – төбәк бюджетынан. Икенсе йыл инде социаль контракт буйынса адреслы социаль ярҙам күрһәтеүгә федераль ҡаҙнанан республика бюджетына 300 миллион һумдан ашыу субсидия бирелә. Быйыл 4687 социаль контракт төҙөлгән.

Андрей Назаров ҡайһы бер социаль түләүҙәрҙе республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағынан Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһенә тапшырыуҙың нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынды.

– Һәр аҙымды Рәсәй Пенсия фондынан коллегалар менән ентекләп өйрәнәбеҙ, бер үк ваҡытта социаль түләү алыусыларға үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ, – тине Максим Забелин. – Түләүҙәрҙең яңы механизмы халыҡҡа уңайлыраҡ буласаҡ.

– Был үҙгәрештәр 2022 йылдың 1 ғинуарынан башлана. Халыҡ социаль түләүҙәрҙе ваҡытында һәм тулы күләмдә алырға тейеш, – тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Автор:Лилия Давлетбакова
Көн үҙәгендә – һаулыҡ, хеҙмәт һәм социаль яҡлау
Көн үҙәгендә – һаулыҡ, хеҙмәт һәм социаль яҡлау
Автор:
Читайте нас