

“Рөстәм Миңлеханов – көслө һәм оҫта төбәк башлығы. Беҙҙе дуҫтарса яҡшы мөнәсәбәттәр бәйләй. Был бик мөһим һәм уның яғынан да, минең яҡтан да бер-беребеҙгә хөрмәт, хәл-торошҡа аңлап ҡарау тәбиғи шарттарҙа барлыҡҡа килде. Беҙҙең хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәребеҙ етерлек”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы күршеләрсә ныҡлы мөнәсәбәттәрҙең ҡиммәтен яҡшы аңлауын айырып билдәләне. “Әйткәндәй, Татарстанды ғына күҙ уңында тотмайым. Беҙгә Свердловск өлкәһенә лә ҡарарға кәрәк, унда ла хеҙмәттәшлек өсөн ҡеүәт бар. Улар менән тағы ла әүҙемерәк эшләргә кәрәк”, - тине төбәк етәксеһе.
Радий Фәрит улы көслө күршеләр тураһында һүҙ алып барып, шулай тине: “Тренерым мине һәр ваҡыт башҡа категорияға ҡараған көслөрәк спортсылар менән сығарҙы. Ул быны, нимәгәлер өлгәшеү өсөн үҙеңдән көслөрәктәр менән ярышырға, көрәшергә кәрәк, тип аңлатты”.
Фото: “Башинформ”.