Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
27 Декабрь 2021, 09:33

Башҡортостан - еңеүсе

Бөтә Рәсәй экология диктанты 2019 йылдан алып уҙғарыла. Был сара йәш быуынды экологик яҡтан мәҙәниәтле итеп тәрбиәләү, экологик белем таратыу буйынса бик һәйбәт онлайн-проект булып тора.  

Башҡортостан - еңеүсеБашҡортостан - еңеүсе
Башҡортостан - еңеүсе

2021 йылда диктант ресурстарҙы һаҡлау темаһына арналды һәм  урыҫ, инглиз, испан телдәрендә яҙылды. Сараға Рәсәйҙең бөтә төбәктәре ҡушылды. Ҡатнашыусылар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы I урын алды. Беҙҙән 145 мең 813 кеше диктант яҙған. Еңеүселәр һаны буйынса ла алдынғылар рәтендәбеҙ: II урын. 2 мең 680 яҡташыбыҙ I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. 60 меңдән ашыу кеше II, III урын алған.

Бөтә Рәсәй экология диктанты Федерация Советы, Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ярҙамында ойошторола.

Фото: интернеттан.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Башҡортостан - еңеүсе
Башҡортостан - еңеүсе
Автор:
Читайте нас