

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың иң боронғо уҡыу йорттарының береһендә — Өфөнөң 21-се лицейында булды. Уҡыу йорто быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Былтыр августа республика Башлығы ташландыҡ хәлдә булған уҡыу йорто бинаһында булды. Уның авария хәлендә булыуы сәбәпле, дәрестәрҙе күрше 41-се һәм 126-сы мәктәптәрҙә үткәрергә мәжбүр булғайнылар.
Радий Хәбиров лицейҙы төҙөкләндереүҙе республиканың маҡсатлы инвестиция программаһына индерергә һәм бинаны яңыртыуға тотонорға ҡушты.
2021 йыл аҙағына объектта төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланыу өҫтөндә, йыһаздар, ҡорамалдар ҡуйыла.
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндерелгән лицей бинаһының уҡыу бүлмәһендә, ашханала, спорт һәм тамаша залдарында булды. Учреждение директоры Солтан Баҙыҡов белдереүенсә, тикшереү барышында бинаның майҙаны төҙөкләндереүҙән һуң ике тапҡырға киңәйгән, унда 750 уҡыусы белем аласаҡ.
Уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар коллективы менән аралашып, Радий Хәбиров уларҙы лицейҙың юбилейы, алдағы Яңы йыл байрамдары уңайынан ҡотланы.
— Йыл ярым элек лицей бинаһы ташландыҡ хәлдә ине, ә уҡыусыларға күрше мәктәптәрҙә уҡырға тура килде. Мөрәжәғәттәрегеҙҙән һуң Өлфәт Мансур улы Мостафин менән бында булдыҡ һәм яңыртырға тигән ҡарарға килдек. Бөгөн төҙөкләндерелгән мәктәпкә ҡарап ҡыуанам. Уның 100 йыллығын ҙур ҡыуаныс менән ҡаршылайыҡ, — тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы билдәләүенсә, эш башланыу менән уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу бик мөһим. Был йәһәттән юғары сифатлы ҡайнар аш әҙерләү ҙә ҙур роль уйнай.
Учреждение хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Башлығына бинаны төҙөкләндереүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Лицейҙың юбилейы айҡанлы байрам тантаналары 2022 йылда үткәреләсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.