Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Декабрь 2021, 08:30

Минималь эш хаҡы күпме буласаҡ?

"Быны ил өсөн ябай булмаған шарттарҙа эшләргә тура килде – пандемия сәбәпле халыҡтың килеме түбәнәйҙе".

Минималь эш хаҡы күпме буласаҡ?Минималь эш хаҡы күпме буласаҡ?
Минималь эш хаҡы күпме буласаҡ?

Республика йортонда социаль партнерлыҡ яҡтары тарафынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уның проекты социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республикала өс яҡлы комиссияның аралашыу процесында эшләнде.

Документтан күренеүенсә, 2022 йылдың 1 ғинуарынан республикала иҡтисадтың реаль секторы хеҙмәткәрҙәре өсөн минималь эш хаҡы, район коэффициентын иҫәпкә алмайынса, 14 200 һум тәшкил итәсәк.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, минималь эш хаҡы республикала күпкә артмаһа ла, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме менән сағыштырғанда ҙурыраҡ буласаҡ. Быны ил өсөн ябай булмаған шарттарҙа эшләргә тура килде – пандемия сәбәпле халыҡтың килеме түбәнәйҙе. Хеҙмәт хаҡын этаплап арттырыу артабан да социаль партнерлыҡ яҡтарының берлектәге эшендә өҫтөнлөклө йүнәлеш буласаҡ.

Аҙаҡ “Юғары социаль тәьҫирлек һәм социаль партнерлыҡ өсөн” республика тармаҡ-ара конкурсында еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнде.

"Республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән иң яҡшы эш биреүселәрҙе бүләкләү минең өсөн бик һөйөнөслө. Улар хеҙмәткәрҙәренә хәүефһеҙ эш шарттары, лайыҡлы түләү булдырған, ғаиләләренә ярҙам күрһәткән, юғары социаль гарантиялар тыуҙырған", – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Федераль кимәлдә республикалағы бер ойошманың хеҙмәте юғары баһаланды. ”Рәсәйҙең юғары социаль тәьҫирле ойошмаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының “Етештереү өлкәһендәге ойошмаларҙа социаль партнерлыҡты үҫтереү” номинацияһында беренсе урын өсөн “Газпром трансгаз Өфө"  йәмғиәте дипломға лайыҡ булды. Сара барышында социаль партнерлыҡ яҡтары ойоштороусылары тарафынан “Башҡортостан Республикаһының профсоюздар федерацияһы” республика союзы, Республиканың эш биреүселәр берекмәләре һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһында лайыҡлы хеҙмәт” көнүҙәкләштерелгән программаһына 2030 йылға тиклемге осорға ҡул ҡуйылды. Программаға республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов, “Профсоюздар федерацияһы” республика союзы рәйесе Гүзәл Мирошниченко, Башҡортостан эш биреүселәр союзы рәйесе Айҙар Насибуллин ҡул ҡуйҙы. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында 2022 йылға эш планы ла тикшерелде.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Минималь эш хаҡы күпме буласаҡ?
Минималь эш хаҡы күпме буласаҡ?
Автор:
Читайте нас