Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
24 Декабрь 2021, 12:59

Был йәһәттән эштәр уңай бара

Илдар Ғарифуллин: "2024 йылға тиклем бөтә контейнерҙар ҙа евро булыр тип ышанам".

Был йәһәттән эштәр уңай бараБыл йәһәттән эштәр уңай бара
Был йәһәттән эштәр уңай бара

Кисә ил Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүгә бәйле һорау ҙа бирелде.

Аҙаҡ беҙҙең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин был йәһәттән Башҡортостанда башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.

“Бөгөн республикала дүрт төбәк операторы эшләй. Әле 22 меңдән ашыу контейнер майҙансығы бар, уларҙа 56 меңдән күберәк контейнер ҡуйылған. Яртыһынан күбеһе – евроконтейнерҙар. Металдан эшләнгәндәрен дә замансаға алмаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Федераль программа буйынса быйыл ошо маҡсатта 13,4 миллион һум аҡса алдыҡ. Киләһе йылға күберәк суммаға заявка ебәрҙек. 2024 йылға тиклем бөтә контейнерҙар ҙа евро булыр тип ышанам.

Бынан тыш, Башҡортостанда дүрт сүп-сарҙы сорттарға бүлеү комплексы бар, тағы 19-ҙы булдырыу планда тора Был тормошҡа ашҡас, бөтә сүп-сарҙы - бер миллион тоннанан ашыу - комплекстар аша үткәрәсәкбеҙ. Әле эшкәртеү ҙә ғәмәлдә. План буйынса, 2022 йылда полиэтилен ҡалдыҡтарын файҙаланыу буйынса беренсе етештереү барлыҡҡа киләсәк (ПОЛИЭФ). Бынан тыш, уның “Биофлекс” тип аталған ҙур предприятиеһы булдырыла, ул республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә полиэтилен йыйыу менән шөғөлләнәсәк. Пландарыбыҙ ҙур, уларҙың барыһын да тормошҡа ашырып була һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр сифаты артасаҡ ҡына”, – тине Илдар Ғарифуллин.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

Автор:Альфия Мингалиева
Был йәһәттән эштәр уңай бара
Был йәһәттән эштәр уңай бара
Автор:
Читайте нас