Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Декабрь 2021, 17:26

Яңы йыл бүләге кемдәргә бушлай бирелә?

Иртәгә, 24 декабрҙә, Башҡортостанда балаларға бушлай Яңы йыл бүләктәре таратыласаҡ.  

Яңы йыл бүләге кемдәргә бушлай бирелә?Яңы йыл бүләге кемдәргә бушлай бирелә?
Яңы йыл бүләге кемдәргә бушлай бирелә?

 

Һәр иртә "Сәләм" тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә. Бөгөн тура эфирҙа Башҡортостанда иртәгә балаларға бушлай Яңы йыл бүләктәре бирелеүе, уларҙың кемдәргә тәғәйенләүе мәсьәләләре ҡаралды.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, был бүләктәр уҡыу алдынғыларына, предмет олимпиадалары, спорт ярыштары, төрлө мәҙәни саралар, конкурс-фестивалдәр еңеүселәренә, лауреаттарына, хәрби хеҙмәттә бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балаларына, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һәм ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәндәргә тапшырыласаҡ.

Тантаналарҙың барыһында ла COVID-19 сиренә ҡаршы һаҡланыу саралары теүәл һаҡланасаҡ.

Фото: bebinka.ru

Автор:Карима Усманова
Яңы йыл бүләге кемдәргә бушлай бирелә?
Яңы йыл бүләге кемдәргә бушлай бирелә?
Автор:
Читайте нас