Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Декабрь 2021, 15:56

Өҫтөнлөк - социаль йүнәлешкә

Әлеге ваҡытта дәүләт башлығы Владимир Путиндың йыллыҡ ҙур матбуғат конференцияһы бара. Унда ил бюджетының социаль йүнәлешле булыуы тураһында әйтелде. Быға бәйле республиканың финанс министры Лира Иғтисамова үҙ фекерен белдерҙе.

Өҫтөнлөк - социаль йүнәлешкәӨҫтөнлөк - социаль йүнәлешкә
Өҫтөнлөк - социаль йүнәлешкә

 

"Ил Президенты Владимир Путинға һәм Рәсәй Хөкүмәтенә беҙҙең төбәккә ҙур финанс ярҙамы өсөн рәхмәт. 2022 йылда федераль бюджеттан булышлыҡ күләме 77 миллиард һумдан ашыуыраҡ булды. Шул иҫәптән маҡсатһыҙ финанс ярҙамы рәүешендә алынған аҡсалар ҙа: атап әйткәндә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн.

Үткән аҙнала Башҡортостандың 2022 йыл өсөн һәм 2023, 2024 йылдарға планлы осорға бюджеты тураһындағы законы ҡабул ителде. Бюджет сығымдарының дөйөм күләме 267 миллиард һум тәшкил итә. Һәм, һәр ваҡыттағыса, беҙҙең ҡаҙна социаль өлкәгә йүнәлтелә. Бюджет сығымдарының 75 проценты ошо тармаҡты үҫтереү, кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға тәғәйенләнә. Был – һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль-әүҙем сәйәсәт, спорт һәм мәҙәниәт. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауға, дөйөм алғанда, 97 миллиард, мәғарифҡа – 62 миллиард, социаль ярҙамға 47 миллиард һум йүнәлтеләсәк", - тине Лира Иғтисамова.

Фото: newvz.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Өҫтөнлөк - социаль йүнәлешкә
Өҫтөнлөк - социаль йүнәлешкә
Автор:
Читайте нас