Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
20 Декабрь 2021, 09:26

Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?

Төбәк етәксеһе республиканың Медицина палатаһы рәйесе Дамира Сабирйәнованың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашты.

Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?
Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәнә коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тикшереүҙән башланы.

Төбәк етәксеһе республиканың Медицина палатаһы рәйесе Дамира Сабирйәнованың вафат булыуына бәйле ҡайғы уртаҡлашты.

– Кисә уның вафат булыуы тураһындағы хәбәрҙе ишетеү минең өсөн ҙур тетрәнеү булды. Йәшәргә лә йәшәргә ине. Бик йәл. Бергә эшләй башлағандың тәүге көндәренән ул һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау һәм табиптарҙы яҡлау буйынса бик әүҙем эшмәкәрлек алып барҙы. Беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу, – тине ул.

Радий Фәрит улы кешеләрҙе үҙҙәрен һаҡларға саҡырҙы һәм коронавирус әле бер ҡайҙа ла китмәне тине.

“Сир бик яҡын. Вакцинация менән ревакцинацияны тамамламай тороп, кешеләр үләсәк. Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ”, – тине ул.

Шулай уҡ төбәк етәксеһе белдереүенсә, Яңы йылға тиклем юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелмәйәсәк. Ул һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин менән “Роспотребнадзор” идаралығы башлығы Анна Казакка яңы штамм “омикрон”дың таралыуын контролдә тоторға ҡушты.

Вакцинацияға килгәндә, Радий Хәбиров белдереүенсә, әлеге темптар һаҡланған саҡта, республикала коллектив иммунитетҡа февраль баштарында өлгәшергә була.

Фото: noyabrsk-dobycha.gazprom.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?
Коллектив иммунитетҡа ҡасан өлгәшербеҙ?
Автор:
Читайте нас