

— Беҙҙең мәктәптә йылына ике тапҡыр Башҡорт теле аҙналығы ойошторола, шуның береһе — 7-се декабрҙән 14-енә тиклем, — тип һөйләй Зилә Мәснәүи ҡыҙы. — Балаларҙың аң-белем даирәһен арттырыу маҡсатында шиғыр һөйләүселәр конкурсы, әҙәби һәм тарихи викториналар, тематик дәрестәр үткәрәбеҙ. Һуңғы ваҡытта коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле күп кенә саралар онлайн режимда ойошторола. Шулай ҙа килеп тыуған хәлдән сығыу юлын табабыҙ. Хатта балаларға бындай формат оҡшай ҙа.
Зилә Мәснәүи ҡыҙы һөнәренә осраҡлы ғына килмәгән. Үҙе сығышы менән Борай районынан, әсәһе — саф башҡорт, атаһы төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшә. Ҡыҙ башта Нефтекама педагогия училищеһында башҡорт төркөмөндә башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслегенә уҡый.
Артабан уҡыуын Бөрө педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгеслеге буйынса ситтән тороп дауам итә. 1998 йылдан башлап уҡыта, Бөрө ҡалаһының 7-се урта мәктәбендә 16 йыл балаларға белем бирә.
Зилә Ғәйнетдинова 5-се кластан алып 9-сы класҡа тиклем уҡыусыларға башҡорт телен туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та өйрәтә. Белем биреүҙә заманса проект методикаларын, “Сәләм”, “Эшлекле башҡорт теле”, “Bashword” заманса мобиль, балалар ҡушымталарын һәм “Башкортсофт” рус-башҡорт, башҡорт-рус онлайн-тәржемәсеһен ҡуллана.
Заман менән бергә атлаусы уҡытыусы ике йыл һайын квалификацияһын күтәрә. Тәнәфес ваҡытында әңгәмәләшкәндә эшмәкәрлеге тураһында күп нәмәләр белдем. Уҡыусылары “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” мәғариф акцияһында, район һәм республика милли байрамдарында һәм олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
— Һәр уҡытыусы өсөн төп мәсьәлә — уҡыусыларҙы уҡытҡан фәнең менән ҡыҙыҡһындырыу, — тип иҫәпләй Зилә Мәснәүи ҡыҙы һәм ул быға өлгәшә лә.
Хеҙмәттәштәре һүҙҙәренсә, уҡытыусының дәрестәре мауыҡтырғыс үтә, балаларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уята алған.
Әлеге ваҡытта Зилә Ғәйнетдинова Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадын популярлаштырыуға һәм пропагандалауға, шулай уҡ уҡыусыларҙың ижади һәм тикшеренеү эшмәкәрлеген бүләкләүгә йүнәлтелгән “Ғарипов уҡыуҙары” төбәк-ара форумына әҙерләнә. Уҡыусыһы, 7-се класта белем алыусы Регина Шәнгәрәева фәнни-ғәмәли конференцияла билдәле шағир тураһында сығыш яһай. Ә Зилә Мәснәүи ҡыҙы Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына бағышланған иң яҡшы методик эштәр конкурсында ҡатнаша. Тырыш уҡытыусыға уңыштар теләйбеҙ.
Ольга Платонова.
Бөрө районы.