Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
17 Декабрь 2021, 07:35

Изге эшкә ҡушылдылар

Яңы йыл алдынан балаларға күстәнәстәр һәм бүләктәр әҙерләнеләр

Изге эшкә ҡушылдыларИзге эшкә ҡушылдылар
Изге эшкә ҡушылдылар

Район хакимиәтенең финанс бүлеге коллективы   “Йөрәктән — йөрәккә” район мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашты. Ошо сара сиктәрендә йыйылған бүләктәр байрам алдынан сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре  сикле балаларға тапшырыласаҡ.

Эльвиза Ғәйзуллина етәкселегендәге коллектив тағы ла бер изге эшкә ҡушылды — “Донбасс балаларына — Яңы йыл бүләктәре” гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ойошторолған акцияла ла ҡатнашты. Улар балаларға йылы ойоҡбаштар һәм тәмле Асҡын балын күстәнәскә әҙерләне.

Шулай уҡ был акцияға Асҡын 2-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре лә ҡушылды. Улар Донбасс балаларына бүләккә үҙ ҡулдары менән уйынсыҡтар, байрам открыткалары, тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ илсеһе итеп Аҡбуҙатты ла эшләне.

Илһөйәр Махатова.

Изге эшкә ҡушылдылар
Изге эшкә ҡушылдылар
Изге эшкә ҡушылдылар
Изге эшкә ҡушылдылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас