Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
16 Декабрь 2021, 04:06

Халыҡ-ара сауҙаға әҙерлек ниндәй кимәлдә?

15 декабрҙә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Вероника Никишина республиканың төп экспортҡа сығарыусылары менән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләште.

Халыҡ-ара сауҙаға әҙерлек ниндәй кимәлдә?Халыҡ-ара сауҙаға әҙерлек ниндәй кимәлдә?
Халыҡ-ара сауҙаға әҙерлек ниндәй кимәлдә?

Андрей Назаров "Рәсәй экспорт үҙәге"нең 2017 йылда Өфөлә асылған вәкиллегенең экспортҡа сығарыусыларға әүҙем булышлыҡ ҡылыуы һәм экспортҡа ярҙам итеү институттарын киңәйтеү буйынса эшләүе хаҡында әйтте. Былтыр был вәкиллек илдәге 82 төбәк араһында икенсе урынды биләне. Өҫтәүенә республикала заманса һәм ҙур ихтыяж менән файҙаланған “Ашығыс экспорт ярҙамы” инструменты файҙаланыла.

 – Быйыл 1 февралдән белгестәр тотош республика буйлап ойошмаларҙы халыҡ-ара сауҙаға йәлеп итеү өсөн сыға башланы. Был ваҡытта “Ашығыс экспорт ярҙамы” предприятиеға диагностика яһай һәм экспорт идеяһын һата. Белгестәр экспорт чек-ҡағыҙҙы тултыра, аҙым һайын инструкция төҙөй. Шул уҡ ваҡытта һәр компанияға шәхсән ҡараш. Консультация ярҙамы 200 компанияға күрһәтелгән. Был – 16 ҙур, 184 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр 500 мең долларлыҡ беренсе проекттарҙы миҫалға килтерҙе. Яңы компаниялар “Ашығыс экспорт ярҙамы” менән килешеүҙәр төҙөгән. Бизнес-миссия ваҡытында ла күп кенә предприятие йәлеп ителә. Мәҫәлән, Башҡортостандың Ҡаҙағстанға барыуы һөҙөмтәһендә 175 миллион һумлыҡ 14 килешеү төҙөлгән.

“Рәсәй экспорт үҙге” акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Вероника Никишинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың байтаҡ эшләнмәләренең, айырым алғанда, “Ашығыс экспорт ярҙамы”ның башҡа төбәктәр тарафынан алыныу мөмкинлеге бар.

Андрей Назаров күп предприятиеларҙың "Рәсәй экспорт үҙәге"нең экспортҡа сығарыусыларға ярҙам итеү дәүләт сараларын алыуҙа әүҙем ҡатнашыуы хаҡында әйтте.

- “Экспорт кэшбегы” грантын индереп, экспортҡа сығарыусыларға ярҙам күрһәтергә тигән ҡарар ҡабул иттек. Ул башҡарылған экспорт килешеүенән ун процент аҡсаны кире ҡайтарыуҙы күҙ уңында тота. Бизнес менән эшләгәндә күп предприятиеларҙа экспорт эшмәкәрлеген алып барыу буйынса белемдең юҡлығы күренде. 2019 йылдан “Экспорт форсажы” акселерация программаһын тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекты булдыҡ, - тине Андрей Назаров.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54068

 

Автор:Айһылыу Низамова
Халыҡ-ара сауҙаға әҙерлек ниндәй кимәлдә?
Халыҡ-ара сауҙаға әҙерлек ниндәй кимәлдә?
Автор:
Читайте нас