Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
13 Декабря 2021, 04:23

Кешеләрҙе иң ҡатмарлы хәлдәрҙән ҡотҡара

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы анестезисы Мозафар Хоҙайбирҙиевтең тормошонда "ҡыҙыл зона" айырым урын биләй.  

Кешеләрҙе иң ҡатмарлы хәлдәрҙән ҡотҡараКешеләрҙе иң ҡатмарлы хәлдәрҙән ҡотҡара
Кешеләрҙе иң ҡатмарлы хәлдәрҙән ҡотҡара

Һәр көн хирургтар йөҙҙәрсә операция яһай. Улар ауырыуҙарға һаулығын ҡайтарған ваҡытта эргәләрендә һәр саҡ анестезиолог-реаниматолгтар. Был – көн һайын ҡылынған ҙур ҡаһарманлыҡ.

Мозафар Хоҙайбирҙиев – Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы анестезисы. Табиптар ғаиләһендә тыуған, шуға күрә һөнәренең ниндәй булырын алдан уҡ күҙаллаған. Һәм тап ошо профессияны һайлауына бер ҡасан да үкенмәгән.

Медицинала 34 йыл эшләү дәүерендә Мозафар Ибраһим улы кешеләрҙе иң ҡатмарлы хәлдәрҙән ҡотҡарып ҡалған. “Ҡыҙыл зона” уның тормошонда айырым урын биләй.

Яңы коронавирус сиренә ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индергән, һөнәри бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге өсөн Мозафар Хоҙайбирҙиев Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнде.

Башҡортостан, был ғорурланыу өсөн ҙур сәбәп.

Фото: bash.news

Автор:Лилия Давлетбакова
Кешеләрҙе иң ҡатмарлы хәлдәрҙән ҡотҡара
Кешеләрҙе иң ҡатмарлы хәлдәрҙән ҡотҡара
Автор:
Читайте нас