

Иртәгә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы, бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сығыш яһаны һәм был йәһәттән үткәрелгән саралар тураһында һөйләне.
– Быйыл был сара тағы бер мөһим ваҡиға – башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу көнө менән тап килә. Шуға күрә Башкорт теле көнөн билдәләү идеяһы Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ендә билдәләнгән әхлаҡи ҡиммәттәрҙе танып белеүгә һәм популярлаштырыуға бағышланған сараларға нигеҙләнде. Башҡорт теле көнөн уҙғарыу концепцияһы “Ете аҙым” тип аталды, – тине ул.
7 декабрҙән башлап, марафондың һәр ете көнөнөң телде һәм дөйөм кешелек ҡиммәттәрен танып белеүгә аҙым булараҡ билдәләнгән темаһы бар – ул иман, күңел, аҡыл, шөкөр, әҙәп, сабыр һәм ихлас. “Ете аҙым” марафоны ошо ете көнлөк төп сараларының береһе: “М. Аҡмулланың яҡты юлы” әҙәби кисәһе, әүҙем башҡорт йәштәре өсөн “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” форматында үткәрлгән “Йомробаш” интеллектуаль уйыны, Башҡорт балалар китаптарының исем туйы, Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелгән башҡорт телендәге “Кубоктар лигаһы” КВН финалы һәм “Әсәм теле-сәсән теле” шиғриәт конкурсы.
Бөтә саралар ҙа интерактив, тамашасылар һәм ҡатнашыусылар өсөн йәнле һәм онлайн форматта үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Азат Бадранов район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы флешмобына ҡушылғаны өсөн айырыуса рәхмәт белдерҙе. Ә республиканың мәҙәниәт учреждениелары “Туған тел көсө һәм матурлығы” әҙәби-музыкаль флешмобында әүҙем ҡатнашты.
– Бөгөн башҡорт рок-музыканттарының композициялары йәштәр араһында популяр. 7 декабрҙә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте Милли йәштәр театрында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә музыкаль кисә ойошторҙо. Унда рок-композицияларҙың акустик версиялары башҡорт теленең төрлө диалекттарында башҡарылды. Милли йәштәр театры актерҙары тарафынан билдәле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары үҙенсәлекле рок-аранжировкала тәҡдим ителде, – тине ул.
9-10 декабрҙә Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан үткәрелгән милли инновацион мәктәптәре директорҙары форумы сиктәрендә белем биреү семинарҙары, стратегик сессия, түңәрәк өҫтәл ойошторолған. “Мәктәп яңылыҡтары” белем биреү курсы ярҙамында етәкселәр Министрлыҡ, Мәғарифты үҫтереү институты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы вәкилдәре менән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша алған.
8 декабрҙә башҡорт теле буйынса яңы әсбаптар исем туйы үткән. Презентацияла мәктәпкәсә йәштәге балалар, башланғыс һәм урта класс уҡыусылары, колледж студенттары өсөн төрлө әсбаптар тәҡдим ителде. Улар – башҡорт телен, Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн “Афарин” уҡыу ҡулланмаһы, өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙе булдырыу өсөн дидактик альбом һәм эш дәфтәре, колледждар өсөн “Башҡорт теле”. Яңы әсбаптарҙың нигеҙендә – телгә коммуникатив нигеҙҙә уҡытыу, сөнки уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға өйрәтеү төп маҡсаттарҙың береһе.
Өфө күп профилле һөнәри колледжының авторҙар коллективы “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” уҡыу ҡулланмаһын әҙерләгән һәм нәшер иткән. Был проект Республика Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты сиктәрендә башҡарылған.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тарафынан Башҡорт теле көнөн билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә реклама баннерҙарын булдырыу һәм артабан уларҙы республиканың муниципаль райондарына тапшырыу эше ойошторолған, шулай уҡ Башҡорт теле көнөнә арналған реклама видео- һәм аудиоматериалдары булдырылған.
– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Bashkortsoft тигән яңы проект башланы. Ул башҡорт теленән рус теленә йә киреһенсә рус теленән башҡорт теленә тулы һөйләмдәрҙе тәржемә итергә мөмкинлек бирә. Был проект тәржемә өлкәһендә, башҡорт телендәге текстар менән эшләү өсөн уңайлы. Онлайн тәржемәсе ҙур текстарҙы ла тәржемә итә. Айырым бүлек – һүҙлек бар, шулай уҡ текстарҙы ишетеү, тыңлау мөмкинлеге лә ҡаралған, – тине Азат Шамил улы.
Билдәле датаға арналған саралар барлыҡ муниципаль райондарҙа үтә.
10 декабрҙә Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында Жәлил Кейекбаевтың 110 йыллығына арналған бюсын асыу тантанаһы һәм “Дан юлдары үткән уҙамандар” төбәк-ара түңәрәк өҫтәле уҙған. Тантана сиктәрендә Жәлил Кейекбаев исемендәге премия тапшырыу тантанаһы булған.
Бөгөн, 13 декабрь, “Ете аҙым” марафоны концепцияһына ярашлы, “Нәсихәттәрҙә” данланған “Ихлас, Күңел нескәлеге” әхлаҡи ҡиммәттәренә арналған. Мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың төйәге Миәкә районында уның тыуыуына 190 йыл тулыуҙы байрам концерты һәм Миәкә районы хакимиәтенең Аҡмулла исемендәге премияһын тапшырыу менән билдәләйҙәр.
– Шулай уҡ, иртәгә Башҡорт теле көнөндә Башҡорт дәүләт педагогия университетында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиаттарға диплом тапшырыу тантанаһы үткәреү ҡаралған. Университет майҙанында бөйөк шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалыу ойоштороласаҡ. 14 – 16 декабрҙә Башҡорт дәүләт педагогия университетында Милли педагогик форум үтәсәк, – тине вице-премьер.
Башҡортостандың дәүләт һәм туған телдәрен уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибәләр “Педагогик оҫталыҡ мәктәбе” республика конкурсына тәҡдим ителгән. Конкурс Башҡортостан Башлығы гранты сиктәрендә Мәғариф һәм фән министрлығы менән Башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы тарафынан ойошторола. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса 32 еңеүсе билдәләнгән.
Кисен Мәҙәниәт министрлығының Башҡорт теле көнөнә арналған төп сараларының береһе – “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Быйыл конкурсҡа 200 ҡатнашыусынан ғаризалар ҡабул ителгән. Өс сит илдән һәм Рәсәйҙең ете төбәгенән 1020 конкурс эше бәйгелә ҡатнашҡан.
– Башҡорт теле көнө Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында ла – башҡорттар тығыҙ йәшәгән төбәктәрҙә лә киң билдәләнә. Сараларҙы Ханты-Манси автономиялы округының, Пермь крайы, Свердловск, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе өлкәләренең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре уҙғара. Улар араһында мәҫәлән, “Башҡорт һүҙе” ғилми-ғәмәли конференция, “Әсәм теле - сәсән” төбәк-ара шиғриәт конкурсы, “Тап һүҙ” онлайн-конкурсы һәм башҡалар, – тине Азат Бадранов. – Халыҡтың милли оҡшашлығын, телен, мәҙәниәтен һаҡлау беҙҙең үҙебеҙҙән генә тора. Әгәр беҙ үҙ телебеҙҙе һаҡлай, тарихыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы хәтерләй алһаҡ, киләсәк быуын да онотмаясаҡ, иң мөһиме - ғаиләбеҙҙе һәм тыуған төйәгебеҙҙе ҡәҙерләргә өйрәнәсәк.
Азат Шамил улы барыһын да Башҡорт теле көнөнөң байрам сараларында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Фото: belizv-b.rbsmi.ru