

1) Эскә ятып йоҡлау тын алыуҙы ауырлаштыра: күкрәк ҡыҫылыу сәбәпле, үпкәләргә һауа кәрәкле миҡдарҙа барып етмәй.
2) Аҫҡа ҡарап йоҡлағанда, мейенең ҡан менән тәьмин ителеше лә боҙола. Ни өсөн тигәндә, умыртҡа һөйәгенең бер артерияһы ҡаплана.
3) Эске ағзалар ҡыҫыла. Шул иҫәптән бәүел ҡыуығы ла.
4) Инсульт булыуы ихтимал. Мейе инсульты тап йоҡлаған ваҡытта, иртәнге сәғәт дүрт-биш тирәһендә булыусан.
5) Йөҙтүбән ятып йоҡлаһаң, күкрәк тирәһендә генә түгел, биттә лә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә.
Даян МӘЖИТОВ
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-12-10/y-t-b-n-yatyp-yo-lau-zyyanly-2614624