Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
8 Декабрь 2021, 11:07

Владимир Путин менән Джо Байдендың һөйләшеүе башланды

Улар нимә тураһында килешер? #ВладимирПутин

Владимир Путин менән Джо Байдендың һөйләшеүе башландыВладимир Путин менән Джо Байдендың һөйләшеүе башланды
Владимир Путин менән Джо Байдендың һөйләшеүе башланды

Әлеге ваҡытта илебеҙ Президенты Владимир Путин менән АҠШ Президенты Джо Байдендың ике яҡлы һөйләшеүҙәре башланды. Уларҙың аралашыуы тәүге тапҡыр телекүпер форматында үтә. Был турала ТАСС агентлығы хәбәр итә.

Билдәләнеүенсә, сәйәсмәндәрҙең һөйләшеүе махсус һаҡланған видеобәйләнеш линияһында бара. Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, ул элекке хакимиәттәр осоронда уҡ булдырылған, әммә бөгөн тәүге тапҡыр файҙаланыла.

Владимир Путин Америка Президенты менән бәйләнешкә үҙенең Сочи ҡалаһындағы резиденцияһынан сыҡты. Президенттарҙың әлеге аралашыуы – Байден вазифаһына ингәндән һуң бишенсеһе. Быға тиклем Путин менән Байден өс тапҡыр телефон аша һөйләште, шулай уҡ 16 июндә Женевала осрашты.

Алдан хәбәр ителеүенсә, ике дәүләт лидерының аралашыуы матбуғат өсөн ябыҡ тәртиптә үтәсәк. Кремлдең матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, улар Мәскәү менән Вашингтон араһындағы ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе тикшерәсәк. Шулай уҡ сәйәсмәндәр Украина һәм НАТО көстәренең Рәсәй сиктәренә ҡарай яҡынайыуына бәйле көсөргәнешле темаларҙы ла ҡараясаҡ.

Әлеге ваҡытта осрашыу башланды. Тәүҙә президенттар бер-береһен сәләмләне. Был аралашыуҙың бик оҙайлы булыуы бар.

Фото: Кремль сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Владимир Путин менән Джо Байдендың һөйләшеүе башланды
Владимир Путин менән Джо Байдендың һөйләшеүе башланды
Автор:
Читайте нас