Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Декабрь 2021, 20:31

Радий Хәбиров менән Александр Лукашенко осрашты

Ике республика етәксеһе араһында ниндәй һөйләшеү булды?

Радий Хәбиров менән Александр Лукашенко осрашты
Радий Хәбиров менән Александр Лукашенко осрашты

Бөгөн, 7 декабрҙә, Минск ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенконың эш осрашыуы булды. Улар сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһен тикшерҙе.

Александр Лукашенко Беларуста Рәсәй төбәгенән ошондай ҙур делегацияны күреүенә шат булыуын әйтте.

– Ошондай еңел түгел осорҙа вәкәләтле делегацияның килеүе - мөһим ваҡиға. Беҙҙең төп бурыс билдәле һәм хәл итерлек – мөмкин тиклем тиҙерәк көрсөккә тиклемге сауҙа әйләнешен тергеҙеү, – тине ул. – Беҙҙең һеҙгә экспорттың алты процентҡа артыуын билдәләһәк тә, барыбер 60 миллион долларлыҡ сальдо - кире. Шуға күрә башҡараһы эш байтаҡ, һеҙҙең килеүегеҙ хәлде төҙәтер тип ышанам.

2021 йылдың туғыҙ айында ике республика араһындағы сауҙа әйләнеше 217,2 миллион доллар тәшкил иткән. Александр Лукашенко фекере буйынса, тауар әйләнешенең кәмеүендә пандемия һәм уға бәйле сикләүҙәрҙе генә ғәйепләргә ярамай.

– Беҙҙең мөнәсәбәттәр тиҫтә йылдар менән һыналған, һәм төрлө ковидтарға, йә көнбайыш санкцияларына уларҙы емертеүгә юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Улар емерелмәйәсәк тә. Бының күркәм билдәһе – һеҙҙең беҙгә килеүегеҙ, – тине ул.

Александр Лукашенко, сауҙа тармағында берҙәм эш итеүҙе әүҙемләштереү өсөн ниндәй резервтарҙы файҙаланырға кәрәк, тип һораны. Шулай уҡ яҡын киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе бергә билдәләргә тәҡдим итте. Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп, уның “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ” тигән лозунгын “Бергә беҙ яҡшыраҡ һәм күберәк булдырабыҙ!" тип тулыландырырға тәҡдим итте.

– Йүнәлеш билдәле: беҙгә 700 миллион доллар күләмендәге тауар әйләнешен тергеҙергә кәрәк. 2019 йылда ошо күрһәткескә өлгәшкәйнек. Эште яҡшы итеп ойоштора алһаҡ, миллиард долларға ла етә алырбыҙ тип ышанам. Беҙ быға әҙер, – тине Александр Лукашенко.

Дәүләт етәксеһе ике яҡтың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, тәү сиратта машиналар эшләү тауарҙарын алыуҙы арттырырға кәрәк, тине. Беларусь беҙгә иң заманса автомобиль, ауыл хужалығы, юл-төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ техникаһын тәҡдим итергә әҙер, уларҙа илдең алдынғы МАЗ, МТЗ, “Гомсельмаш”, “Амкодора”, “БелАЗ” һәм “Могилевлифтмаш” предприятиелары бар.

– Беҙ һәр ваҡыт бөтә тармаҡтарҙа ла йыйылған тәжрибә һәм технологиялар менән уртаҡлаша алабыҙ, һеҙҙән серҙәребеҙ булманы һәм булмаясаҡ, – тине Президент.

Уның фекеренсә, Беларустан аҙыҡ-түлек тауарҙарын килтереүҙе үҫтереү ҙә - мөһим йүнәлеш, уны Башҡортостанда яҡшы беләләр. Беларусь белгестәре мәктәптәр, балалар баҡсалары, күп профилле мәҙәниәт-спорт комплекстарын проектлау һәм төҙөүҙә ҡатнашырға әҙер. Социаль объекттар айырыуса ҙур иғтибар уята ала.

– Шулай уҡ Беларусь һыу таҙартыу, һыу әҙерләү һәм һыу бүлеү өсөн заманса технологиялар, ҡорамалдар, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сортҡа бүлеү, эшкәртеү буйынса тулы цикл ҡорамалдарын һәм технологияларын тәҡдим итергә әҙер. Бының Рәсәйҙә лә ҙур проблема икәнлеген беләм. Был тәңгәлдә илегеҙҙең башҡа төбәктәре менән уңышлы эшләйбеҙ, – тине Александр Лукашенко.

Беларусь Президенты фекеренсә, иҡтисад менән генә мауығып, гуманитар һәм мәғлүмәттәр өлкәһен, мәғариф, фән, мәҙәниәт тармаҡтарында хеҙмәттәшлекте лә оноторға ярамай.

– Мин әйткән йүнәлештәрҙең генә беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе үҙ эсенә алып бөтмәгәнен беләм. Һеҙ бында булған һәм теләгән предприятиеларға барған саҡта хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре барлыҡҡа килер тип ышанам, - тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беларустарға ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт әйтте.

– Бында беҙҙе туғандары, яҡын дуҫтары кеүек ҡаршы алдылар. Башҡортостан менән Беларусь халыҡтары – ысынлап та, туғандар. Беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ бар. Ата-бабаларыбыҙ бергәләп дошмандарға ҡаршы һуғышҡан. Беҙҙе күп нәмә бәйләй, – тине Радий Фәрит улы. – Әле бында дөйөм үҫеш, хеҙмәттәшлек өсөн тормошҡа ашырылмаған ҙур мөмкинлектәр бар. Һеҙҙең менән эшләргә теләйбеҙ, ике яҡтағы халыҡтарҙың именлеге һаҡланырға, мөнәсәбәттәребеҙ яҡшырырға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Радий Хәбиров менән Александр Лукашенко осрашты
Радий Хәбиров менән Александр Лукашенко осрашты
Автор:
Читайте нас: