Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
6 Декабрь 2021, 09:42

Фәһемле осрашыу кисәһе

Ҡариҙел районы Ҡортлокүл урта мәктәбенә өлкән матрос Марат Хөсәйенов ҡунаҡҡа килде.

Фәһемле осрашыу кисәһеФәһемле осрашыу кисәһе
Фәһемле осрашыу кисәһе

Марат — Ҡортлокүл егете. Ул 2017 йылда мәктәпте тамамлап, Туймазы индустриаль техникумына уҡырға инә. Унан һуң хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә алына. Әлеге ваҡытта ул контракт буйынса «Москва» крейсерында хеҙмәт итә.

Күптән түгел генә парта артында ултырған Марат күпне күрергә өлгөргән. Уны тыңлауы уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле  булды.

Марат Хөсәйенов буласаҡ һалдаттарға маҡсатҡа ирешеү өсөн тырышып уҡырға, тәртипле булырға кәңәш итте.

Люция Карамова

Фәһемле осрашыу кисәһе
Фәһемле осрашыу кисәһе
Фәһемле осрашыу кисәһе
Автор:
Читайте нас