

3 декабрь ябай көн түгел, ә рухтары менән көслө булған кешеләр көнө. Улар үҙҙәренең сикләнгән мөмкинселектәренә ҡарап тормай, тормошҡа ҡыуаныс менән бағып, әүҙем тормош позицияһы алып бара.
Халыҡ-ара инвалидтар көнө алдынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр, реабилитация үҙәгендә дауаланыу курсы үткән балалар мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге музейында ҡунаҡта булды.
Музей хеҙмәткәре Айҙар Сираев балаларға төрлө экспозициялар күрһәтте, улар боронғо бабаларыбыҙҙың йәшәү рәүеше менән дә танышты. Айырыуса боронғо предметтар менән ҡыҙыҡһынды. Ваҡыт үткән һайын һәр экспонат ҡәҙерлерәк була бара, ул төрлө осорҙағы тарихи ваҡиғаның шаһиты булыуы менән дә әһәмиәтле.
Гөлназ Ғәлләмова.