Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Ноябрь 2021, 06:00

Һигеҙ балаға ғүмер биргән әсә

Лидия Васильевна тормош һынауҙарын лайыҡлы үткән

Һигеҙ балаға ғүмер биргән әсәҺигеҙ балаға ғүмер биргән әсә
Һигеҙ балаға ғүмер биргән әсә

Өлкән быуын кешеләре һәр ваҡыт аҡыл, ғәҙеллек, рухи көс һәм яҡшылык өлгөһө булып тора. Шундай оло хөрмәткә лайыҡ әсәйҙәрҙең береһе — Подлубов ауылында йәшәүсе һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән Лидия Ғәләүова.
Лидия Васильевна 1936 йылда Омск өлкәһендә тыуа. Бала сағы бик ауыр йылдарға тура килә уның. 1941 йылда биш йәшлек ҡыҙҙы Подлубов ауылына алып ҡайталар. Үгәй атай менән үҫә. Ул бик насар кеше булып сыға. Лидия унан күп ҡыйынлыҡтар күрә...
7-се класты тамамлағас, ҡыҙ һөнәрселек училищеһында уҡып, токарь белгеслеген үҙләштерә. Силәбе заводында бер аҙ эшләгәндән һуң ауылға ҡайта. 1955 йылда ул буласаҡ тормош иптәшен осрата – Подлубов ауылынан Рифхәт исемле егеткә кейәүгә сыға. Уға әле ул саҡта 19 йәш тә тулмаған була.
— Рифхәттең бала сағы минекенән яҡшыраҡ булмай,— тип иҫкә ала Лидия Васильевна. – Атаһын фронтҡа алғас, өйҙәге бар эш уның иңенә ята. Етмәһә, колхозда ла эшләргә – ер һөрөргә, ураҡ урырға, мал ҡарарға тура килә. Ғөмүмән, беҙ бер эштән дә ҡурҡманыҡ. Мин мәктәптә йыйыштырыусы, һуңынан фермала һауынсы булып эшләнем. Һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә булдым, фотоһүрәтем Почет таҡтаһында эленеп торҙо. Ә ирем урмансылыҡта ла, ҡайнар цехта ла эшләне. Шунда үҙенә сир алды ла инде, ул 2010 йылда вафат булды.
Бөтә хәтирәләр ҙә күңелгә ятышлы түгел, ләкин шулай булыуға ҡарамаҫтан, Лидия инәйҙең һөйләгәндә тауышы тыныс, унда бер ниндәй зарланыу һиҙелмәй. Сабыйҙарҙы аяҡҡа баҫтырам, тигән уйҙар менән сит ерҙә – Үзбәкстанда йәшәгән ете йылда I һәм II дәрәжә “Әсә даны” миҙалын, II һәм III дәрәжә “Әсә даны” орденын тапшырғанды ла онотоу мөмкин түгел.
“Тормоштан һәр ваҡыт ҡәнәғәт булдым, ҙур түрәләр кабинеттары буйлап һоранып йөрөмәнем, күп балалы әсә булараҡ, бер ниндәй ҙә ташламаларҙан файҙаланманым”, — ти ул. Ғаиләлә күп нәмә ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығына, тырышлығына бәйле, тип иҫәпләй. Күрәһең, был дөрөҫ, улар тормош иптәше менән 55 йыл татыу ғүмер иткән, биш ҡыҙ һәм өс улдарын лайыҡлы кешеләр итеп, уларға матур тәрбиә биреп үҫтергән.
Балаларын нисек ҡарап өлгөргәненә аптырап һөйләй ул хәҙер: ә бит төп эштән тыш, ҙур хужалыҡ булған, ихата тулы мал, ҙур баҡса... Төндәрен йоҡламай кер йыуып, ашарға бешергәнен, икмәк һалғанын иҫкә ала Лидия инәй. 52 йыл ҡәйнә менән бергә ғүмер иткәндәр.
— Әлбиттә, тормош булғас, барыһы ла шыма ғына бармай, ҡайғылар ҙа кисерергә тура килде. Эргәңдә һине аңлаусы кешең булһа, ҡурҡыныс түгел, ирем менән яҙмыш һынауҙарын бергә еңеп сыҡтыҡ. Кесе улыбыҙҙың 20 йәшендә генә вафат булыуы йөрәккә уңалмаҫ яра һалды, — тип һөйләй Лидия Васильевна.
Шундай мөләйем, асыҡ сырайлы ағинәйҙе тыңлаған һайын тыңлағы килә. Тәртип ярата, гөлдәр үҫтерә. Ете йәшенән бәйләм бәйләй башлаған ул. Туҡһанды ваҡлаған инәй әле лә тик ултырмай. Балаларына, туғандарына, хәҙер инде 18 ейән-ейәнсәренә, 34 бүлә-бүләсәренә бейәләй, ойоҡбаштан тыш кофталар, шарфтар бәйләп бүләк итә. Өй эсен үҙенең һоҡланғыс ҡул эштәре: ултырғыс, диван япмалары биҙәй.

Люция КАРАМОВА.

Һигеҙ балаға ғүмер биргән әсә
Һигеҙ балаға ғүмер биргән әсә
Автор:
Читайте нас