Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
28 Ноябрь 2021, 04:00

“Балаларыбыҙ — тормош биҙәге”

Сәфетдиновтар ғаиләһе әсә наҙынан мәхрүм малайҙарҙы ла үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра

“Балаларыбыҙ — тормош биҙәге”“Балаларыбыҙ — тормош биҙәге”
“Балаларыбыҙ — тормош биҙәге”

Районыбыҙҙа матур ғүмер кисереүсе күркәм ғаиләләргә ҡарап күңел һөйөнә. Күркәм ғаилә... Күпме мәғәнә һәм йылы хистәр һалынған был һүҙгә. Ғаилә ни тиклем ныҡ, унан килгән йылылыҡ та шул тиклем көслө була. Иҫке Балтас ауылында ғүмер итеүсе Гөлсәсәк һәм Алмаз Сәфетдиновтарҙы белмәгән, уларға һоҡланмаған кеше юҡтыр.
Ғаилә башлығы Алмаз Сәфетдинов 1976 йылда Иҫке Балтас ауылында донъяға килә. Мәктәпте уңышлы тамамлап, урта һөнәрселек техник училищеһында белем ала. Училищены тамамлағанда ауыл хужалығы машиналарының һәм автомашиналарының бөтә категорияһына йөрөтөү хоҡуғына эйә булып сыға тырыш студент. 1994 йылда уҡыу йортон тамамлау менән ил алдындағы изге бурысын үтәргә юллана. Ике йыл Мәскәү өлкәһенең Таман дивизияһында водитель булып хеҙмәт итә. Армияла тырышлығы юғары баһалана уның. Тиҙ арала етәкселек һәм хеҙмәттәштәре алдында ихтирам яулай, Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Водитель һөнәре — бала саҡ хыялы Алмаз Фирүз улының. Бәләкәйҙән техниканы үҙ итеп, яратып, техникала эшләп үҫә ул. Ҡулынан килмәгән эше юҡ үҙенең. Машина йөрөтөү, уны ремонтлау — яратҡан шөғөлө. Туғандары һәм таныштары араһында уны “машина табибы” тип атаусылар ҙа бар. Бөгөнгө көндә иһә, Алмаз Фирүз улы райондың “Радуга” йәмғиәтендә техник мәсьәләләр буйынса әйҙәүсе белгес булып эшләй.
Ә уның һөйөклө тормош иптәше, хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә Гөлсәсәк Равил ҡыҙына килгәндә, ул 1977 йылда Мишәр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. 5-се класта уҡыған ваҡытта ғаиләләре менән Иҫке Балтасҡа күсенеп киләләр. Урта мәктәпте уңышлы тамамлап, Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетына уҡырға инә. 2000 йылдан әлегә тиклем “Романтик” үҫмерҙәр клубында эшләй. 2006 йылдан башлап директор вазифаһын уңышлы башҡара тәжрибәле белгес.
Алмаз Фирүз улы менән күрше булып, бер урамда йәшәйҙәр. Йәштән үк бергә уйнап үҫкән егет менән ҡыҙ араһында мөхәббәт уты ҡабына һәм Алмаз хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, 1997 йылда, йәштәр ғаилә ҡора. Уларҙың бер-бер артлы мөхәббәт емештәре, ғәзиз балалары донъяға килә.
Өлкән улдары Илнур бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Мәктәпте тамамлағас, Өфө энергетика колледжында белем ала. Уҡыу йортон тамамлау менән армия сафына юллана. Хәрби хеҙмәтен Силәбе өлкәһенең Сибәркүл ҡалаһында 90-сы гвардия танк дивизияһында үтәй. Әлеге көндә Илнур Балтас районы буйынса Эске эштәр бүлегендә водитель булып эшләй.
2003 йылда ҡыҙҙары Алһыу донъяға килә. Һәр яҡлап талантлы ҡыҙ мәктәптә тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Балалар сәнғәт мәктәбендә баян һәм бейеү түңәрәктәренә теләп йөрөй. Шулай уҡ әсәһе эшләгән “Романтик” үҫмерҙәр клубында активист-ирекмән була. Һәләтле, уңған уҡыусы 9-сы класты ҡыҙыл аттестатҡа тамамлап, Чайковский медицина колледжының фармация факультетында уҡый. Әле лә йыр-моңдан айырылмай, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Чайковский мәҙәниәт һарайының “Сәйлән” ансамблендә алып барыусы һәм бейеүсе булараҡ концерттарҙа ҡатнаша.
Кесе улдары Азамат иһә Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы, бары тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. “Зөлфиә” өлгөлө балалар бейеү коллективында шөғөлләнә, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә армрестлинг һәм футбол секцияларына йөрөй.
— 2013 йылда тормошобоҙҙа көтөлмәгән, йән тетрәткес хәл булды. Янғын сығып өйөбөҙ янды. Ошо ҡот осҡос ваҡиғанан һуң беҙҙең һәм балаларыбыҙҙың туғандарға, дуҫтарға, күршеләргә, һәм ғөмүмән алғанда, тормошҡа, йәшәйешкә ҡарата ҡарашыбыҙ бөтөнләй башҡа яҡҡа үҙгәрҙе. Бурҙан ҡала — уттан ҡалмай, тигән мәҡәл бар бит халыҡта. Ауыр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн беҙ ғүмеребеҙ буйына барлыҡ туғандарға, дуҫтарға һәм күршеләргә рәхмәтлебеҙ. Бер кемгә лә бындай аяныслы хәлдәрҙе күрергә яҙмаһын, — ти Гөлсәсәк Равил ҡыҙы.
Ошо ваҡиғанан һуң улар бер-береһе менән кәңәшләшеп, тәрбиәгә ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы алырға ниәт ҡыла. Яҙмыш күп һынауҙарға дусар иткән сабыйҙарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып, йөрәк йылыһын бирә алған мәрхәмәтле кешеләр барлығы тормошҡа башҡаса ҡарарға өндәй. Сәфетдиновтар ғаиләһе 2015 йылда ике малайҙы, Ричард һәм Дмитрийҙы үҙ ҡосағына һыйындыра. Икеһе лә Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбендә белем ала. Ричард Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә көрәш секцияһында шөғөлләнә. Республика ярыштарында еңеүҙәре менән һөйөндөрә.
Дмитрий мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡый, Балалар ижады үҙәгендә "Сувенир" түңәрәгенә йөрөй. Бөтә байрамдарҙа яратҡан, яҡын кешеләренә үҙ ҡулдары менән бүләктәр эшләп өләшә. Шулай уҡ спорт өлкәһендә лә һынатмай, ул да милли көрәш менән шөғөлләнә башлаған.
Ояһында ни күрһә — осҡанында шул булыр, ти халыҡ. Сәфетдиновтар ҙа балаларын эшһөйәр итеп тәрбиәләй, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтә.
— Тәрбиәне тәүҙә үҙеңдән башлау мөһим. Балаларҙы тыңларға һәм ишетергә, улар менән дуҫ булырға, ысын күңелдән яратырға кәрәк. Минеңсә, өлгөлө ғаилә ул — яратыуға ҡоролған ҙур ғаилә, бер-береңде аңлау, бәхетле итергә тырышыу, ышаныу, хөрмәт итеү, дуҫ булып йәшәү, — тип яуап бирҙе Гөлсәсәк Сәфетдинова ысын ғаиләнең асылы нимәлә тигән һорауға.
Буш ваҡыттарын да бергәләп, файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрә улар. Тәмле ризыҡтар бешерәләр, бер-береһенә ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында һөйләйҙәр, төрлө уйындар уйнайҙар.
Ысынлап та, ғаилә тигән төшөнсә бер ҡарағанда ябай ғына тойолһа ла, ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә.
Ә балалар бында төп урын алып тора. Кешеләрҙе балалар менән бәйле ҡыуаныстар, мәшәҡәттәр, борсолоуҙар йәшәтә, эшләтә, киләсәккә маҡсаттар ҡуйырға өндәй һәм иң мөһиме — ғаиләле итә. Ғаиләһе булған кеше — иң бәхетле кеше. Ни тиклем ул ғаилә ныҡ, татыу, мул, кеше лә шул тиклем камилыраҡ.


Гөлфизә Хәсбетдинова.
Балтас районы.

“Балаларыбыҙ — тормош биҙәге”
“Балаларыбыҙ — тормош биҙәге”
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас