Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
23 Ноябрь 2021, 04:20

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһына – юғары баһа

Уның директоры Рөстәм Зәрәфетдинов ниндәй ҡаҙаныштарҙы һәм хәл итәһе мәсьәләләрҙе билдәләне?

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһына – юғары баһа“Башҡортостан” телерадиокомпанияһына – юғары баһа
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһына – юғары баһа

22 ноябрҙә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров “Башҡортостан” телерадиокомпанияһына республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалы ойошторолоуға 20 йыл тулыу айҡанлы телевизион һәм радио тапшырыуҙарҙы етештереүҙә юғары ҡаҙаныштары, дәүләт һәм мәғлүмәт сәйәсәтен уңышлы тормошҡа ашырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә отчет сығышында билдәләүенсә, предприятиеға “Тамыр”, “Ҡурай-ТВ”, “Сәләм” каналдары, “Юлдаш”, “Спутник ФМ” һәм “Ашҡаҙар” радиостанциялары ҡарай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙары шулай уҡ көн һайын һанлы телевидениеның беренсе мультиплексындағы ОТР федераль телеканалында эфирға сыға. “Mediahills” медиатикшереүсеһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, БЮТ телеканалдарҙың дөйөм исемлегендә, һуңғы йылда бер баҫҡысҡа күтәрелеп, алтынсы урынды биләй.

"Башҡортостан юлдаш каналы тәүлек әйләнәһенә рус һәм башҡорт телдәрендә Рәсәйҙең Европаға ҡараған өлөшөндә күрһәтә. Телеканалдың илдәге дөйөм аудиторияһы - 40 миллион кеше, - тине Рөстәм Зәрәфетдинов. – Радио аудиторияһына килгәндә, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы – лидерҙар иҫәбендә. Радио тыңлаусылар иҫәбе буйынса “Спутник ФМ” Өфөлә өсөнсө урынды биләй, республиканы 100 процент яулауын иҫәпкә талып, “Юлдаш” менән берлектә – лидер позицияһында.

Киң мәғлүмәт сараларының аудитория өсөн көрәше тәҡдим ителгән контенттың сифатына һәм оперативлылығына бәйле. Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы яңы форматта тапшырыуҙар әҙерләй башланы. “Республика Лайф”, “Честно говоря”, “Министерство правды” кеүек аналитик тапшырыуҙар барлыҡҡа килде. Беренсе пандемия һәм локдаун ваҡытында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ҡыҫҡа ваҡытта беренсе класта белем алғандар өсөн видеодәрестәр әҙерләп күрһәтте. Дәүләт власының көнүҙәк темаларға брифингтары эфирға сығарылды.

22 ноябрҙә иртәнге “Сәләм” тапшырыуында беренсе тапҡыр Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнеш булды. Хәҙер ошондай оператив мәғлүмәттәр көн һайын күрһәтеләсәк.

Elvin Grey лейблы менән “Яңы моң” музыкаль проекты төбәк телевидениеһының төп этаптарының береһенә әйләнде. Башҡорт телендә “Ете егет” реалити-шоуын, “Теге өсәү” телепроектын әҙерләнек. “Тамыр” телеканалы башҡорт телендә “Нурбостан” тип исемләнгән мультсериалды, үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән ике миҙгеллек “Бирешмә” сериалын әҙерләне".

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов шулай уҡ компанияның финанс-иҡтисади күрһәткестәре хаҡында һөйләне. 2020 йылда предприятие рентабелле булмағандар исемлегенән сығарылған.

"2021 йылда реклама баҙары тергеҙелә башланы, әммә етеҙ тиҙлектә түгел. 2024 йылда ғына коронавирус инфекцияһына тиклемге күрһәткестәргә ҡайтырбыҙ тип уйлайым", - тине ул.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған мәсьәләне иҫкә төшөрҙө: 2022 йылға тиклем пандемияға тиклемге күрһәткестәргә сығыу мөһим.

"2022 йыл башына иҡтисадтың тергеҙелеүен күҙаллайбыҙ икән, реклама биргән предприятиелар ҙа үҙҙәренең заказдары менән төрлө киң мәғлүмәт сараларына, шул иҫәптән Башҡортостан юлдаш телеканалына, һеҙҙең радиостанцияларға ла ярҙам итергә әҙер буласаҡ", - тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53603

Автор:Айһылыу Низамова
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһына – юғары баһа
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһына – юғары баһа
Автор:
Читайте нас