

Мишкә район үҙәгенең гүзәл заттары Лиана Исламшина менән Гүзәл Вәлиеваны яҡшы белә. Сөнки ошо йәш ҡыҙҙар матурлыҡ тыуҙырыу өҫтөндә эшләй, гүзәл һәм зауыҡлы булыу серҙәрен аса.
Лиана Исламшина — Мишкә ҡыҙы. Ул 1990 йылда Гөлнара һәм Миҙхәт Исламшиндар ғаиләһендә донъяға килә. Лиана бәләкәйҙән бик тырыш була. Мәктәптә бар фәндәрҙән дә яҡшы уҡый, айырыуса биология һәм химия дәрестәрен үҙ итә. Төрлө сараларҙа, ярыштарҙа ҡатнаша.
— Мәктәп йылдарын иҫкә алғанда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырған осор иҫкә төшә. Хыялым Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеү ине, шуға ла мин химия фәнен һайланым. Шул имтиханға тырышып, ентекле әҙерләндем. Бүлмәмдәге стенка артына бар формулаларҙы яҙып ҡуйҙым. Ул стенка һаман да бар, күргән һайын шул химия иҫкә төшә. Имтиханды уңышлы ғына тапшырҙым, юғары балдар йыйҙым. Башҡорт дәүләт медицина университетына фармацевтика бүлегенә уҡырға индем, — ти маҡсатсан ҡыҙ.
Лиана Исламшина балалар табибы булырға теләй, ләкин уҡыу йортона килгәс, үҙенең ҡарарын үҙгәртә һәм фармацевтиканы һайлай.
Өсөнсө курстан ул уҡыуҙан һуң дарыуханала эшләй башлай. Уҡыуын тамамлағас, Лиана Өфө ҡалаһында урынлашҡан медицина компанияһына эшкә урынлаша. Бирелә уға оҡшай: яңы кешеләр менән таныша, тренингтар, осрашыуҙар үткәрә, Мәскәү ҡалаһына командировкаларға йөрөй. Төп офистары унда урынлашҡан була. Ике йыл эшләгәндән һуң, Лиана тыуған яғына эшкә ҡайта. Район үҙәгендә дарыуханала хеҙмәт юлын дауам итә. Күпмелер эшләгәндән һуң, көн дә ҡабатланған бер төрлө эш ҡыҙҙы ялҡыта, шәхес булараҡ үҫеш мөмкинселеге лә юҡ. Ә Лиана — һәр ваҡыт алға барыусы, үҙ өҫтөндә даими эшләүсе, ижади ҡарашлы белгес. Күп уйлап тормай, массаж яһау курсын үтеп, халыҡҡа массаж эшләй башлай. Унан һуң тағы ла визажист һөнәрен үҙләштерә. Ҡатын-ҡыҙҙарға макияж эшләй. Шулай яйлап ҡына үҙенең клиенттары барлыҡҡа килә. Дарыухананан тулыһынса китеп, үҙ эшен аса. Белемен камиллаштырыу маҡсатында курстар үтә, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй.
2019 йылда ул парикмахер Гүзәл Вәлиева менән берлектә эшләй башлай. Ҡыҙҙарҙы туйға, төрлө тантаналарға әҙерләгәндә икәүләшеп бергә образ өҫтөндә эшләйҙәр. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер тулҡында эшләгән белгестәр улар. Лиана киләсәктә үҙ эшен тағы ла киңәйтеү, үҫтереү маҡсаты менән йәшәй. Әлеге ваҡытта баш ҡалала ла клиенттар ҡабул итә.
Гүзәл Вәлиева Янағош ауылында 1992 йылда Эльмира һәм Радик Заһитовтарҙың күп балалы ғаиләһендә тыуа. Гүзәлдең Гөлшат, Эльвина исемле апайҙары һәм Алмаз исемле ҡустыһы бар. Мәктәпте тамамлағандан һуң Бөрө ҡалаһына парикмахерға уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Өфө ҡалаһында эшләй. 2017 йылда хеҙмәт юлын район үҙәгендә дауам итә.
— Бәләкәйҙән төрлө прическалар эшләргә яраттым. Мәктәптә ҡыҙҙарға прическалар эшләп, сәстәрен үрә инем. Шуға күрә парикмахер һөнәрен һайланым. Иң мөһиме, эшем үҙемә оҡшай. Һәр ваҡыт белемемде яңыртып, курстар үтеп торам. Әлеге пандемия ваҡытында дистанцион форматта үтергә тура килә, — ти Гүзәл Вәлиева.
Гүзәл тормош иптәше Станислав менән Мишкә ауылында тормош көтә. Бер ул үҫтерәләр, йорт һалалар. Буш ваҡыттарында ауылға ата-әсәләре янына ҡайтып, ярҙам итеп торалар. Ауылда эш етерлек, Заһитовтар мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, бал ҡорттары ҡарай.
Тәүәккәлдәр һәм ҡыйыуҙар ғына үҙҙәренең эшен аса, уны үҫтерә ала. Лиана Исламшина менән Гүзәл Вәлиева тап шундайҙарҙан. Тырыш ҡыҙҙар халыҡ араһында ихтирам һәм танылыу ҙа яулап өлгөргән. Уларға алдан яҙылмаһаң, эләгеүе бик ауыр. Клиенттарҙың күплеге, уларҙың ҡайтанан кире тап уларҙы һайлауы, әлбиттә, башҡарған эштәренә баһа.
Лилиә ХӘСӘНОВА.