

Тормошта хөрмәтле, ғорурланыу хисе уятырлыҡ кешеләр күп. Шуларҙың береһе — Яҡуп ауылында йәшәүсе маҡсатҡа ынтылыусан, башҡорт рухлы, тынғыһыҙ йөрәкле өс бала әсәһе Нәғимә Исхаҡ ҡыҙы Латипова.
Нәғимә Исхаҡ ҡыҙы 1957 йылда Ҡариҙел ауылында һигеҙ балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килә. 10-сы класты тамамлағас, район ашханаһында хеҙмәт юлын башлай. Өфө сауҙа училищеһына уҡырға инеп, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тырыш ҡыҙҙы училищела производство мастеры итеп ҡалдыралар. Бында ике йыл эшләгәндән һуң, моторҙар заводына контролер булып эшкә инә.
1981 йылда ғүмерлек яры Сәлим Ғәлимйән улы менән таныша. Йәштәр өйләнешә һәм Яҡуп ауылына ҡайтып төпләнә. Тормош иптәше — «Салауат» колхозында механизатор, ә Нәғимә апай декрет ялына киткәнсе фермала хисапсы булып эшләй. Шунан колхоз идараһында биш йыл секретарь була.
1989 йылда ауылда балалар баҡсаһы асыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғас, Нәғимә Исхаҡ ҡыҙын баҡса мөдире итеп эшкә саҡыралар. Ауыл халҡы, колхоз һәм уның тырышлығында тиҙ арала реконструкция мәсьәләләре хәл ителеп, баҡса асыла. Бирелә дүрт йыл етәксе була. Ул эшләгән дәүерҙә баҡса район социалистик ярыштарында призлы урындар яулай. Унан һуң туғыҙ йыл — урындағы кибеттә һатыусы, артабан 11 йыл, хаҡлы ялға сыҡҡас та, ауылда мәҙәниәт усағында янып эшләгән кеше ул.
«Клубта эшләгән саҡта район смотр-конкурстарында, республика сараларында йыш ҡатнаша торғайныҡ, — тип хәтирәләр йомғағын һүтә Нәғимә апай. — Эште ихлас күңелдән башҡарҙыҡ, күңелле йәшәнек. Үҙешмәкәр артистарыбыҙ менән йыр-бейеү өйрәнеп, спектаклдәр әҙерләп, байрамдарҙа ауыл сәхнәһендә, ялан батырҙарына, күрше ауылдарға сығып, райондар буйлап концерттар ҡуйып йөрөнөк. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, уларҙы йәш быуынға тапшырыу өсөн тырыштыҡ. Шәжәрә байрамдары үткәрҙек, Солтаншиндар нәҫеле шәжәрәһен үҙем төҙөнөм. 2008 йылда Салауат ҡалаһында «Һылыуҡай-2008» конкурсында беҙҙең яҡташыбыҙ Хәлил ауылы ҡыҙы Алһыу Шакирова еңеү яуланы. Сая ҡыҙ ат сабышында ла ҡатнашты. Ишембай районында үткән «Салауат йыйыны - 2010» сараһына 88 йәшлек ағинәйебеҙ Хәмдүнә Мусабаеваны алып барҙыҡ. Ул сабата үреү серҙәре менән бүлеште. 2012 йылда Пермь крайында уҙған сарала беҙҙең район республика исменән сығыш яһаны. Мин унда халыҡтан боронғо көнкүреш әйберҙәрен йыйып, һөт һәм ҡамыр ризыҡтарын әҙерләп алып барҙым. Беҙҙең өҫтәлдең мул булыуын жюри ағзалары ла билдәләгәйне. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына барып, ниндәй генә сарала ҡатнашһаҡ та, гел призлы урындар алып ҡайта инек.
Аллаға шөкөр, ҡәйнәм, ирем менән балаларҙы ла бәләкәйҙән эшкә һәм тәртипкә өйрәтеп, матур йолалар тәрбиәһендә үҫтерҙек».
Нәғимә апай хеҙмәт юлында бик күп үрҙәр яулаған, ҙур эштәр башҡарған, яуаплы вазифа ла биләгән. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
Нәғимә Исхаҡ ҡыҙы — әүҙем йәмәғәтсе лә. Күп йылдар ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, иҫәп алыусы, һайлау комиссияһы ағзаһы ла була.
Нәғимә апай күптән лайыҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ ауылдың йәмәғәт тормошо үҙәгендә. Мәсет төҙөгән саҡта ярҙам күрһәткәне өсөн дә ауылдаштары уға бик рәхмәтле. Дини ҡанундарҙы үтәп йәшәгән ағинәй хәҙер мәсеткә йөрөй, биш намаҙын ҡалдырмай.
Матурлыҡҡа ғашиҡ, оҫта ҡуллы хужабикә гөлдәр үҫтереү менән дә мауыға. Оҫта тегеүсе лә үҙе. Заманында һатыуҙа йыш осратып булмаған спорт костюмдары, балаларға мәктәп формалары, күлдәктәр теккән, әле мосолман күлдәктәре тегеп тә ауылдаштарын ҡыуандыра. Бар эште лә күңелен һалып башҡара. Буш ваҡыттарында бәйләм бәйләй, гәзит-журналдар уҡый. Уңған хужабикә халҡыбыҙҙың милли аштарын бешерергә оҫта: сәк-сәк, бәлеш, ҡоймаҡ, ғөмүмән, уның үҙенсәлекле ҡамыр ризыҡтары һабантуйҙарҙа, шәжәрә байрамдарында, район йәрминкәләрендә, ауыл табындарында өҫтәлдәрҙе биҙәй.
Нәғимә Исхаҡ ҡыҙы – хәстәрлекле ҡатын, әсәй һәм өләсәй. Ире Сәлим Ғәлимйән улы менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Дилара – иҡтисадсы, икенсеһе Дамира уҡытыусы һөнәрен һайлаған, улдары Салауат — ҡурайсы. Бөрө педагогия институтын тамамланы. Ата-әсәһен үҙенең уңыштары менән ҡыуандыра. Мәктәптә уҡыған сакта уҡ «Урал батыр» район һәм республика конкустарында, ҡурай байрамдарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. 2012 йылда Өфөлә Бөтә Рәсәй халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ҡурайсылар фестивалендә Гран-при яулаған, Санкт-Петербургта ошо конкурстың финалында ҡатнашып, Рәсәй буйынса икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Афарин! Салауатҡа киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын.
Мәрхәмәтле, ярҙамсыл, эшһөйәр ханым яҡындары, туғандары тураһында бер ҡасан да онотмай, уның иғтибары һәм изге доғалары бөтәһенә лә етә.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Азат Рәхмәтуллин фотоһы.