Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
20 Ноября 2021, 05:00

Икеһенә 11 миҙал!

Кирзә ауылынан аталы-ҡыҙлы Әлзәнә һәм Альберт Миңлебаевтар Витебск ҡалаһында үткән IV Бөтә донъя гер спорты мастерҙары олимпиадаһынан икеһенә 11 миҙал алып ҡайтты.

Икеһенә 11 миҙал!Икеһенә 11 миҙал!
Икеһенә 11 миҙал!

Ярыштарҙа Альберт Миңлеғәлим улы һәм Әлзәнә һигеҙ олимпиада рекорды ҡуйҙы һәм ете алтын кубок яуланы. Шуға өҫтәп, халыҡ-ара класлы спорт мастеры — олимпиаданың абсолют еңеүсеһе, ә уның ҡыҙы абсолют рекорд ҡуйыусы тип танылды.
Олимпиадаға 40 илдән 250 ҡатнашыусы килеүен әйтеү ҙә етә. Улар араһында атҡаҙанған, халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары, донъя һәм Европа чемпиондары һәм рекорд ҡуйыусылар була. Шуныһы ла билдәле, Альберт Миңлеғәлим улы 30 йылға яҡын халыҡ-ара класлы ярыштарҙа ҡатнаша һәм өйөнә бер тапҡыр ҙа бүләкһеҙ ҡайтҡаны юҡ: күп тапҡыр абсолют донъя, Европа, Евразия, Азия, Рәсәй, Белоруссия чемпионы, Бөтә донъя Олимпиада уйындарының 25 тапҡыр чемпионы, атҡаҙанған тренер, халыҡ-ара категориялы атҡаҙанған судья, дүрт тапҡыр Гиннесс рекордтар китабына индерелде (мәҫәлән, 2015 йылда бер сәғәт эсендә герҙе 1647 тапҡыр күтәрҙе). 2018 йылда яҡташыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән, бер йылдан «Республика даны өсөн!» төбәк фестиваль-конкурсы йомғаҡтары буйынса «Спорт» категорияһында «Халыҡ танылыуы» номинацияһында диплом менән бүләкләнде.
Бик күп миҙалдар, грамоталар, дипломдар һәм рәхмәт хаттары йыйған Альберт Миңлебаев 24 йәшендә илебеҙ өсөн уңышлы сығыш яһай башлай, ә 56 йәшендә 100-сө тапҡыр донья чемпионы һәм 50-се тапҡыр донъя рекорды ҡуйыусы була.
Шулай уҡ Альберт Миңлеғәлим улы исемле алтын гер хужаһы, алты спорт ордены кавалеры, улар араһында «Алтын герсе», «Ҡанатлы арыҫлан», «Гер спорты рыцары» бар. 2016 йылда Белоруссияла үткәрелгән гер спорты буйынса донъя чемпионаты һәм планета кубогында гер спорты мастерҙарының халыҡ-ара конфедерацияһы ҡарары менән ул «Герой йондоҙо» ордены менән бүләкләнә.
Ҡыҙы Әлзәнә атаһы юлынан китә. Үҙенең спорт оҫталығын ул 16 йәшендә үк күрһәтә. Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал яулай. Өлкән спортсылар рәтенә баҫҡас, ҡыҙ төрлө дәрәжә ярыштарҙа уңышлы сығыш яһауын дауам итә.

Люция КАРАМОВА.

Икеһенә 11 миҙал!
Икеһенә 11 миҙал!
Автор:
Читайте нас