Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
19 Ноябрь 2021, 04:14

Балаларҙың шатлығы сикһеҙ

Бахтыбайҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә заманса яңы балалар майҙансығы барлыҡҡа килде.

Балаларҙың шатлығы сикһеҙБалаларҙың шатлығы сикһеҙ
Балаларҙың шатлығы сикһеҙ

Проект төбәктә 2015 йылдан башлап тормошҡа ашырыла һәм коллектив ҡыҙыҡһыныуҙар һәм проблемаларҙан сығып, биләмәләр инфраструктураһы үҫешен күҙ уңында тота. Урындағы инициативаларҙы тормошҡа ашырыуҙың уңайлы алымы барлыҡҡа килә һәм һөҙөмтәлә ауыл халҡының йәшәйеш сифаты күтәрелә.
Бахтыбай ауылы тураһында районда ғына түгел, унан ситтә лә ишетеп беләләр. Бигерәк тә былтыр, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңгәндән һуң, билдәлелек яуланылар. Бахтыбайҙарға “Башҡортостандың иң матур ауылы-2018” төбәк конкурсында ҡатнашыу ҙа еңеү килтерҙе. Ә уңыш үҙенән-үҙе генә килмәй. Ул халыҡ әүҙемлегенән, тырышлығынан тора.
— “Аныҡ эштәр” проекты иң тәүҙә һайлаусылар талабы буйынса тормошҡа ашырыла, — тип аңлата ауыл биләмәһе башлығы Роберт Байрамов. — Һәр ауылда көнүҙәк проблемалар бар. Ҡайҙалыр һыу үткәргес ремонтлана, ҡайҙалыр спорт майҙансығы кәрәк... Ауыл халҡы республика парламенты, урындағы ауыл Советтары депутаттары менән осрашыуҙарҙа үҙҙәренең проблемалары тураһында һөйләп ҡалырға тырыша. Бер нисә мәсьәлә араһынан социаль әһәмиәттәгеһе, халыҡ мәнфәғәте өсөн мөһиме һайлана. Был юлы балалар тураһында хәстәрлек күрҙек. Был — бахтыбайҙарҙың дөйөм инициативаһы. Барлыҡ конкурс процедураларын үтеп, йыһаздарҙы һатып алыуға һәм урынлаштырыуға 208 мең һум аҡса алдылар. Эштәрҙе бер көндә тамамланыҡ.
Өс йәштән биш йәшкә тиклемге 18 сабый йөрөгән балалар баҡсаһы территорияһында эскәмйә, бәүелсәк, карусель, ҡомлоҡ, өй һәм тау урынлаштырылды.
— Миңә тау оҡшай, — ти дүрт йәшлек Дауыт һәм бер аҙ уйлап торғандан һуң башҡаларын да һанап китә. Ысынлап та, һайлауы ауыр. Уларҙың тауҙан шыуғыһы ла, каруселдә әйләнгеһе лә килә.
Бирегә уйнарға ете йәшкә тиклемге ваҡытлыса төркөм балалары ла килә. Улар баҡса менән бер территорияла урынлашҡан мәктәп бинаһында шөғөлләнә.
— Балаларҙың шатлығы сикһеҙ, — ти тәрбиәсе Ирина Әхмәҙиева. — Ата-әсәләр ҙә ҡыуанды. Ауылыбыҙ көндән-көн матурлана һәм төҙөкләнә.
— Балаларға уңайлы булһын, йығылмаһындар өсөн майҙансыҡты тигеҙләйәсәкбеҙ, соҡор-саҡырҙарҙы бөтөрәсәкбеҙ. Биләмәне тағы ла йәшелләндерергә иҫәбебеҙ, — ти уның хеҙмәттәше Марина Ямбаева.
Бахтыбайҙарҙың киләһе йылға ла идеялары һәм пландары байтаҡ. “Аныҡ эштәр” проектында ла, “Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы”нда ла, "Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү" һәм башҡа республика һәм федераль кимәлдәге программаларҙа ҡатнашырға ла теләктәре бар. Улар барлыҡ мөмкинселекте файҙаланырға тырыша.

Ольга Платонова.

Балаларҙың шатлығы сикһеҙ
Балаларҙың шатлығы сикһеҙ
Автор:
Читайте нас