

Һыйырҙарҙа лейкоз сире таралған. Уларҙың төрлө органына насар шеш сыға, бигерәк тә ҡан-тамыр системаһында сир йыш осрай. Сирле малдың һөтөндә канцероген матдәләр бүлә, ул кешелә лә рак барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Малды был сирҙән дауалап булмай, шуға ла салырға тура килә.
Карантин 9 ноябрҙән – Күгәрсен районының Ҡалдар ауылында, ә 15 ноябрҙән – Балтас районының Ҡомъяҙы, Бөрө районының Ҡуян ауылдарында индерелә. Был мәлдә малды ферманан сығарыу, һөтөн һауып алыу тыйыла.
Фото: Т. Аманов